Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Апрель 2018, 17:39

Туҡайҙы иҫкә алып

Белем биреү учреждениеларының тәрбиәләү процесында төрлө милләт уҡыусылары араһында бер-береһенә ҡарата толерантлыҡ, туған телгә ихтирам, йәш быуында Тыу-ған илгә һөйөү тәрбиәләүгә, төрлө милләт мәҙәниәттәрен берләштереүҙе пропагандалауға айырым иғтибар бүленә.

Тап ошо маҡсаттарҙа район китапханаһында дөйөм белем биреү мәктәптәренең 5 – 11 кластар уҡыусылары араһында “Туҡай моңдары” республика конкурсының муниципаль туры үтте. Конкурс-фестивалдә ҡатнашыусылар Ғабдулла Туҡайҙың һәм Башҡортостанда тыуып үҫкән хәҙерге күренекле татар шағирҙарының әҙәби әҫәрҙәрен башҡарҙы. Өс номинацияла еңеүселәрҙе билдәләр өсөн жюри сәхнә мәҙәниәтен, уҡыу тасуирилығын, башҡарыу оҫталығын, әҙәби материалдың художество әһәмиәтен һәм режиссерлыҡ хәл ителеше йыйнаҡлығын баһаланы. Башҡорт, рус, татар һәм инглиз телендәге сығыштар тыңланылды һәм ҡаралды. Оло Аҡа, Яңы Яуыш һәм Яңы Мөслим мәктәптәре ижади коллективтарының сығыштары йөкмәткеле булды.

“Туҡай төрлө телдәрҙә” номинацияһында Әжекәй мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Розалина Сәфәрова (уҡытыу-сыһы М. Абзалова) еңеүсе булды, икенсе урынды Оло Ыҡтамаҡ лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Карина Зәйнуллинаға бирҙеләр (Р. Зәйнуллина), өсөнсө урында – Оло Аҡа мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Азалия Курмакаева (Ф. Хәнипова).

Татар телендә башҡарған өсөн беренсе урын Яңы Мөслим мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Айзилә Билалова (С. Нурыева), икенсе – Оло Аҡа мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Денис Сәфәров (А. Нурыева), өсөнсө – Яңы Мөслим мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Вильнюс Закировҡа (С. Нурыева) бирелде.

Ғабдулла Туҡай шиғырҙарын башҡорт телендә һөйләүселәр араһында беренсе урынды Оло Ыҡтамаҡ лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Илүзә Ғилметдинова (Г. Мырҙағолова), икенсене шулай уҡ лицей уҡыусыһы Нурсилә Хафизова (Г. Мырҙағолова) алды.

“Мөғжизәле донъя” номинацияһында (хәҙерге заман татар шағирҙарының шиғри әҫәрҙәре): беренсе урын – 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының 3-сө класс уҡыусыһы Азалия Ғилметдинова (Р. Зәйнуллина), икенсе – Әләгәҙ мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Айгөл Ғәлләмшина (М. Нафиҡова).

“Иң йәш башҡарыусы” номинацияһында Оло Аҡа мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Рафаэль Хөсәйенов (И. Закирова) билдәләнде.

Альбина НУРЫЕВА,

татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының

район методик берләшмәһе етәксеһе.