Шундай сараларҙың береһе – белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында инглиз йыры һәм бейеүе район конкурсы. Быйыл ул Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында үтте. Бәйгелә 75 уҡыусы ҡатнашты. Сараны ижади эшләүсе, йәш, дәртле ойоштороусылар Алина Солтанова һәм Мансур Шәрипов һәр бер уҡытыусыла булырға тейешле ойоштороу, өйрәтеү һәм йүнәлеш биреү кеүек һәләттәрен күрһәтте. Конкурс бер тында үтте. Тамашасылар рәхмәт йөҙөнән талантлы башҡарыусыларға көслө, ҡайнар алҡыштарын бүләк итте.
Район инглиз йыры һәм бейеүе конкурсында Гран-при яулап, Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Йәмилә Батталова (етәкселәре В. Мөхәмәҙиева һәм Л. Мөхтәрова) бәхәсһеҙ еңеүсе булды. “Соло” номинацияһында призлы урындар түбәндәгесә бүленде: I урын – Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡыусыһы Милена Әхмәтйәнова (уҡытыусыһы К. Йосопова), II – Әләгәҙ мәктәбе уҡыусыһы Йәмилә Кузнецова (А. Ғайсина, Ф. Зарипова).
“Дуэт” номинацияһында I урынды Йонос мәктәбе уҡыусылары (Л. Хажиева) алды. “Квартет” номинацияһында: I урын – Әжекәй мәктәбе (Г. Әхйәмова), II – Дыуан-Мәсетле мәктәбе (Р. Мирсаева), III урынды Әбдрәхим (А. Хәкимова) һәм Яңы Яуыш (Л. Әбделмәнова) мәктәптәре уҡыу- сылары бүлеште.
“Ансамбль” номинацияһында: I урын – Яңы Мишәр мәктәбе уҡыусылары (Л. Ғайсина), II – Түбәнге Бобин мәктәбе (Э. Хажиева), III урынды Теләш (Р. Әхмәтйәнова) һәм Оло Аҡа (Л. Ғәйнанова) мәктәптәре уҡыусылары үҙ-ара бүлеште. “Әкиәтте иң яҡшы сәхнәләштереү” номинацияһында: I урын – Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы (А. Солтанова), II – Яңы Мөслим мәктәбе (Э. Йыһаншина) уҡыусылары.
район мәғариф бүлегенең төп белгесе.