Өләсәһе түҙмәне, бала күңелен биләгән серҙе асырға тырышты:
- Юҡ инде, икебеҙ генә белер сер булыр, балам.
- Минең атайым бар икән бит. Түбәндә ошо йортта йәшәй, тиҙәр.
- Бәй, балаҡайым, атай күҙләп ултыраһыңмы ни?
- Әйе, бәлки, килеп сығыр, – бала көрһөнөп башын эйҙе.
- Әйҙә, балам, атайыңды үҙем күр-һәтәм…
Өләсәһе ҡыҙымды етәкләп сығып киткәнен дә шәйләмәгәнмен, тик бер саҡ балам шатланып-ҡыуанып ҡайтып инде. Йөҙө балҡый, нур сәсә – ниһайәт, билдәһеҙлеккә бәйле ауыр йөгө өҫтөнән төшкәйне ҡыҙымдың.
- Әсәй, мин атайҙы күрҙем! Ул миңә “Һаумы” тип тә, “ҡалай үҫкәнһең” тип тә әйтмәне, хәлемде лә һорашманы. Ундай атай кәрәкмәй беҙгә, әйеме, әсәй!
Хәлемде лә һорашманы… Мин ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙым, ҡапыл ғына атайымдың:
– Ҡайҙа, ни эш бөтөрәһең, балам? Уҡыуың барамы? Ауыр түгелме? Нимәләр яҙҙың бөгөн? – тип йыш ҡына бүлмәмә килеп инеүҙәре иҫкә төштө.
Ә мин иһә үҫмерҙәргә хас дорфалыҡ менән:
- Шул атайым тағы төпсөнә башланы инде, яҡшы бөтәһе лә, – тип, һүҙҙе ҡыҫҡа тота инем.
Ҡәҙерҙәрен генә белмәгәнмен икән шул бындай борсолоу, ҡайғыртыу- ҙарҙың! Әле килеп, үҙем дүрт тиҫтәне уҙғас, атайымды һағынып, уға бәйле хәтирәләрҙе күҙ алдынан үткәрәм.
Кескәй генә сағымдан атайым мине Күксәй исемле атҡа һыбай ултырт-ҡайны. Әй буйындағы киң болонда сабып йөрөүҙәре! Ә бит ҡолас ташлап йөҙөргә лә, иркенләп бесән сабырға ла, хатта, әсәйем ситтә, уҡыуҙа, булғанда, һыйыр һауырға, икмәк баҫырға ла мине атайым өйрәтте. Үҙе емеш-еләк, бәшмәк йыйырға яратты, биҙрәләре тиҙ генә тула ла ҡуя ине.
- Бер эште ике эшләп ултырма, емеште алдан уҡ һауытыңа таҙартып һал, сүпле булмаһын, – тиер ине.
Ә атайымдың моңло тауышы! Сәхнәләрҙә ғаилә ансамбле менән сығыш яһай инек беҙ. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә лә атайым, әсәйем, ҡустым, мин, дүртәүләшеп ултырып, йыр китаптарын аҡтара-аҡтара, өйҙә концерт ҡуя инек. Бергәләшеп шашка, шахмат, өҫтәл хоккейын уйнарға әүәҫ булдыҡ. Әле бәләкәй класта уҡ шахмат буйынса район беренселеген алып ҡайтыуыма атайым эй шатланғайны! Ә мәктәптә беҙ ҡустым менән рәссам булып танылдыҡ. Бар ғиллә атайыбыҙҙа ине: ул әрме хеҙмәтендә “писарь” булған, матур-матур стендтар, лозунгылар әҙерләгән. Беҙгә лә ярҙамлашып, уңмаған ерҙәрен төҙәткеләп ебәрә ине.
Атайым беҙҙе булған хаталарыбыҙ менән нисек бар, шулай ҡабул иткәндер инде, әрнеүҙәрен белдермәгәндер. Яңғыҙ килеш бала табырымды белгәс тә, ул бер насар һүҙ өндәшмәне, ситкә типмәне, ярҙамлашты. Ейәнсәрен дә бала табыу йортонан үҙе ҡаршы алды. Табиптар “Атаһы кем” тип баланы һоноуға, “Атаһы – мин!”, – тип алға сығып, кескәй төргәкте үҙ ҡосағына алды.
- Атайһыҙ ҙа үҫтем, бер ерем кителмәне, бәхетлемен, – тиһең дә ул.
Кителгәндер шул… Йөрәгеңдең бер өлөшөн атайға бәйле хәтирәләр биләмәй. Атай ҡурсауының ни икәнен дә белмәйһең, тойомламайһың да. Киләсәктә үҙеңә әсә бәхетен татып, ҡолонсаҡтарыңды тулы ғаиләлә ата-әсә наҙында тәрбиәләргә яҙһын, балаҡайым. Үҙ балаларың миҫалында булһа ла, кеше тормошонда ата һүҙе, ата ҡарашының ниндәй илаһи көскә эйә булыуын һин дә аңларға тейешһеңдер бит, балам.
- Бигерәк атайыңа оҡшағанһың, йылмайыуың хас уныҡы, – тиһәләр, мин бөгөн дә талпынып-ҡалҡынып китәм. “Мөнир ҡыҙы” тиеүҙәре ҡанатландыра, илһам, дәрт өҫтәгәндәй тойола.
Бөгөн иһә атайымдың хәл һорашып килеп инеүен бик тә теләр инем, ентекләп, тәфсилләп хәбәрҙәрем менән бүлешер инем, тик…. Тик атайымдың үлеменә туғыҙ йылдан ашып китте. Һағынып, ғорурланып иҫкә алырлыҡ ҡына шул. Һөйөүемде аңлатып та өлгөрмәгәнмендер, әммә ул белгәндер, аңлағандыр – мин атайымды бик яраттым, сөнки ул иң яҡшы атай ине.