Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Февраль 2018, 18:09

“Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” буйлап еңеүгә

Салауат районының Малаяҙ ауылында “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” республика КВН-конкурсы ярымфиналы булды, унда биш төньяҡ-көнсығыш райондарынан еңеүсе командалар ҡатнашты.

Мәсетле районы исеменән Башҡорт гимназияһы ҡатнашты. Уның составында – команда капитаны Олеся Малышева, Ынйы Шакирова, Илфир Төхвәтуллин, Эльмира Муллабаева, Артем Парфенов, Иван Руднев, Сеймур Гусейнов, Тимур Зәйнуллин.

Конкурста ҡатнашыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләренән белемдәрен бер нисә конкурста күрһәтте: “Поехали по правилам!” сәләмләүе, “Скутер: кататься подано!” капитандар конкурсы һәм “Дружно мы идем одной дорогой – дорогой знаний ПДД” өйгә бирелгән музыкаль заданиеһы.

БР Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау бүлеге дәүләт инспекторы Линар Зиннуров рәйеслегендәге жюри ағзалары сығыштар-ҙың регламентын, көнүҙәклеген һәм бирелгән тематикаға тап килешен, этикеттың һаҡланыуын ныҡлы иҫәпкә алды.

Бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үткән беҙҙең командаға призлы икенсе урын бирелде, шулай уҡ иң яҡшы капитан Олеся Малышеваға айырым маҡтаулы диплом тапшырылды һәм Салауат ҡалаһында үтәсәк республика КВН-конкурсында Мәсетле районы намыҫын яҡларға тигән ҡарар сығарылды. Беҙҙең команда өсөн был – “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” буйлап еңеүгә мөһим маршрут.

Лилиә МӨХТӘРОВА,

Башҡорт гимназияһының музыка уҡытыусыһы,социаль педагог.