Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Февраль 2018, 16:46

Лайыҡлы еңеү

Шишәмбе 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының тамашалар залында “Йыл уҡытыусыһы-2018” республика конкурсының 28-се муниципаль этабы финалы үтте.


“Йыл уҡытыусыһы-2018” район конкурсында ҡатнашыусылар.


Район конкурсының тәүге этабында 14 уҡытыусы 1-се лицей һәм Башҡорт гимназияһы базаһында таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Иң күп балл йыйыусы тик алты ғына бәйгесе финалға сыҡты.

Сараны асып, мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов педагогик оҫталыҡ конкурсының талантлы, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү маҡсатында ғына түгел, ә уҡытыусы һөнәренең абруйын артты-рыу өсөн дә үткәрелеүен билдәләне.

– 28 йыл эсендә “Йыл уҡытыу-сыһы” район конкурсында мәктәптәрҙән 600-гә яҡын уҡытыусы ҡатнашты. Район этабы еңеүселәре йыл һайын республика конкурстарында ҡатнаша һәм төрлө номинацияларҙа еңеүҙәр яулай. Был беҙҙең белем биреү ойошмаларында үҙ һөнәренең оҫтаһы булған талантлы уҡытыусыларҙың күп булыуы тураһында һөйләй, – тине Илдар Мәҡсүт улы.

Ҡатнашыусылар “Мин – уҡытыу-сы”, “Оҫталыҡ дәресе” һәм “Белем биреү проекты” кеүек конкурстарҙа ошо һөнәрҙе ни өсөн һайлауы тураһында һөйләне, педагогик принциптарын һәм ҡараштарын сағылдырҙы, тәжрибәләре, уҡытыу технологиялары, ысулдары, һөҙөмтәле алымдары менән уртаҡлашты. Бөтә конкурсанттар ҙа үҙҙәре, фәндәре тураһында үҙенсәлекле һәм йөкмәткеле итеп һөйләне, шәхси һәм һөнәри сифаттарын, оҫталығын күрһәтте.

Ҡатнашыусылар һәм тамашасылар араһында ғәжәйеп мөхит торҙо, ярҙам итеүсе төркөмдәр әүҙем эшләне. Һәр һынауҙан һуң, жюри йомғаҡ яһағансы, сәхнәлә Йонос мәктәбенең VII класс уҡыусыһы Рәғиҙә Солтанова, Яңы Мишәр мәктәбенең X класс уҡыусыһы Айгөл Исмәғилева һәм Һөләймән ауылынан Мәскәү ҡалаһындағы Әҙәбиәт институтының I курс студенты Салауат Зәйнетдинов сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Жюри составында төрлө йылдар-ҙағы “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсы еңеүселәре, республика этабында ҡатнашыусылар ине: Оло Аҡа урта мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, география уҡытыусыһы Ирина Рәхимова, 1-се лицей директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, инглиз теле уҡытыу-сыһы Зөһрә Михайлова, Яңы Мөслим урта мәктәбенең башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Гөлшат Зәбирова, Йонос мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Фәттәхова, Башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы Земфира Йыһанурова.

Һәр конкурстағыса иң тул-ҡынландырғыс мәл – еңеүселәрҙе билдәләү. Шулай итеп, йыйылған балдар һаны буйынса 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Гөлнара Закирйәнова еңеүсе тип табылды. Әләгәҙ урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Лариса Ғәлләүева, Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы Зилә Миндибаева, Оло Аҡа урта мәктәбенең йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Радис Әхмәтханов, Әжекәй урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Мөжипова, Башҡорт гимназияһының тарих һәм йәм-ғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыу-сыһы Светлана Рәхимова конкурс призерҙары булды.

Еңеүсе һәм призерҙар район мәғариф бүлеге һәм профсоюз ойошмаһы дипломдары һәм сертификаттары менән бүләкләнде.

Ләкин бының менән генә һынауҙар бөтмәй әле. Артабан “Йыл уҡытыусыһы-2018” район конкурсы еңеүсеһенә һәм призерҙарға – рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына район исеменән республика кимәлендә сығыш яһарға кәрәк. Уларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Айгөл ШӘРӘПОВА.