Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Ноябрь 2017, 02:00

Ғаиләм – ҡәлғәм

Быйыл йыл һайын үткәрелгән “Йәш ғаилә” конкурсы ошондай девиз аҫтында үтте. Йәш һәм бәхетле ғаилә. Уның бәхете нимәнән тора? Ир менән ҡатын араһында үҙ-ара мөхәббәт, һөйкөмлө сабыйҙар, күркәм өй, етеш тормош. Визитканан күренеүенсә, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ғаилә бәхетенә ирешкән. Был көндө сәхнәгә Әлфинә һәм Рәфил Зәйнетдиновтар (Һөләймән ауылы), Гүзәл һәм Ринат Хановтар (Яңы Мишәр), Регина һәм Павел Коженковтар (Әләгәҙ), Лена һәм Айгиз Әсмәнди-әровтар (Ишәле) ғаиләләре күтәрелде. Уларҙы төрлө һынауҙар көтә ине. Мәҫәлән, ҡатыныңдың иң яратҡан сәскәһе, иреңдең яратҡан ашамлығы, ҡәйнәңдең аяҡ кейеме үлсәме кеүек һорауҙарға яуап бирергә, ҡатыныңдың нисә әхирәте барлығын иҫкә төшөрөргә кәрәк ине. Әсәйҙәр бирелгән аҙыҡ-түлектәрҙән ризыҡ “әҙерләгәнсе”, атайҙар ептән һәм макарондан муйынсаҡ теҙҙе. Спорт ярышында бөтә ғаилә ағзалары тиерлек үҙҙәренең сослоғон күрһәтте. Өй эшенә ҡатнашыусылар бик етди һәм ижади әҙерләнгән: улар иҫ киткес концерт номерҙары тәҡдим итте. Бигерәк тә үҙ сығыштары менән тирә-яҡты һаҡларға өндәгән Хановтар ғаиләһе айырылып торҙо. Зәйнетдиновтар милли үҙенсәлеккә баҫым яһаны. Ә Коженковтар һәм Әсмәндиәровтар ғаиләһенән сәхнәгә бәләкәстәр сыҡты. Балалар шоуҙың төп йәме булды, уларҙың башҡарыу маһирлығы, эскерһеҙ, саф күңеле һәм ихласлығы тамашасыларҙы байрам кәйефенә сорнаны. Был мәлдә һәр ғаиләлә, балалар – ысынында төп байлыҡ, икәнлеге һиҙелде.Жюри һәр сығышты лайыҡлы баһаланы. “Ғаилә – ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы” номинацияһы дипломы Хановтар ғаиләһенә тапшырылды. “Йәш ғаилә” район конкурсының өсөнсө дәрәжә дипломы менән Коженковтар ғаиләһе бүләкләнде. Зәйнетдиновтарҙың талантлы ғаиләһе икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Йәш ғаиләләр араһында Әсмәндиәровтар, бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, еңеүгә өлгәште.