Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә кәңәштәр
7 Август 2023, 16:00

Алмаларығыҙ бештеме әле?

Төшкө ашҡа тәмле һәм үҙенсәлекле алма бәлеше рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Алмаларығыҙ бештеме әле?
Алмаларығыҙ бештеме әле?

Был бәлеште бешереү өсөн 4-5 алма, 180 гр он, 2 йомортҡа һарыһы, 140 гр шәкәр, 50 гр аҡ май, 125 мл һөт, 4 гр аш содаһы кәрәк буласаҡ.

Йомортҡаның һарыларын әҙерләнгән шәкәрҙең яртыһы менән ағарғансы туҡыйбыҙ. Майҙы иретеп, икегә бүләбеҙ. Уның тәүге яртыһына йомортҡа һарыһы, һөт ҡушабыҙ. Унда он, аш содаһы, бер аҙ тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ.

Табаға уны йәйеп һалабыҙ, туралған алманы өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә ҡалған майҙы алма өҫтөнә ағыҙабыҙ, шәкәр һибәбеҙ.

180 градуслы духовкала йәки мейестә 30-35 минут бешерәбеҙ.

Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: