Мәсетле тормошо
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өс ҡатлы тәмле бәлеш бешерәйек

...Дүртенсе ҡатламды иң өҫкә йәйеп, майлап, сәнске менән тишкеләргә.

Өс ҡатлы тәмле бәлеш бешерәйек
Өс ҡатлы тәмле бәлеш бешерәйек

Өс ҡатлы бәлеш бешереп алайыҡ. 

Ҡамыр өсөн:
2 стакан он,
200 грамм май,
һыу йәки һөт - 100 мл,
шәкәр ҡомо - 100 грамм, бер семтем тоҙ һәм сода алына.

Эслек өсөн:
күрәгә - 200 гр,
ҡара емеш - 200 гр,
лимон - 2 дана (ҙур булмаған),
шәкәр - 9 аш ҡалағы кәрәк буласаҡ.

Әҙерләү:
майҙы он менән (он валсығы булғансы) ыуырға кәрәк. Ошо массаға шәкәр, сода һәм тоҙ өҫтәйбеҙ. Әкренләп һөт һалабыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп алып ҡуйып торабыҙ. Ҡара емеште, күрәгәне һәм лимонды айырым-айырым блендерҙа ваҡларға, һәр береһенә 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо өҫтәргә.

Әҙер ҡамырҙы йәйеп, табаға ҡатлам-ҡатлам һалырға. Ҡатламдың беренсе өлөшөнә - ҡара емеште, икенсе өлөшөнә - күрәгәне, өсөнсө өлөшөнә лимонды һалырға. Дүртенсе ҡатламды иң өҫкә йәйеп, майлап, сәнске менән тишкеләргә. 180 градуста 40 минут бешерергә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото һәм текст сығанағы:"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
 
Автор: