Бөтә яңылыҡтар

ЕЛӘК БӘЛЕШЕ

Йәйҙең йәмле көндәрендә хуш еҫле еләк бәлеше бешерәйек әле. Постҡа лайк ҡуйып, комментарий ҡалдырырға онотмағыҙ 😉 Ә ҡамырҙың рецебы бигерәк ябай.

ЕЛӘК БӘЛЕШЕ
ЕЛӘК БӘЛЕШЕ

Ҡамыр өсөн: 200 г магазин ҡаймағы, 300-400 мл әсегән һөт (мөмкин кефир), 1 балғалаҡ сода, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, он.

Эслегенә еләкте (әҙерәк шәкәр ҡушып ебәрергә онотмағыҙ), уның өҫтөнә май киҫәктәре йә ауыл ҡаймағы һалып, бәлеште 30-40 минутҡа мейескә оҙатабыҙ (180 градусҡа).

Тәмле лә, татлы ла бәлешебеҙ әҙер. Бер аҙ һыуынғанын көтөп алһағыҙ, эсендәге һуты яҡшылап һеңеп тә өлгөрөр. Ул ваҡытта тәмле итеп үлән сәйе әҙерләп өлгөрөрһөгөҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Зөбәржәт Утарбаева

Фото

Источник: https://agideljurn.ru/articles/common_material/2023-07-06/el-k-b-leshe-3330224 

Автор: