Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә кәңәштәр
26 Декабрь 2022, 16:00

Байрам табынына - тултырылған өйрәк

Рецебы - яҙмала. Ә һеҙ уны нисек әҙерләйһегеҙ?

Байрам табынына - тултырылған өйрәк
Байрам табынына - тултырылған өйрәк

Бер өйрәк, алты алма, ике аш ҡалағы бал, ике аш ҡалағы гәрсис, бер балғалаҡ разморин, бер балғалаҡ парика, 50 грамм лимон һуты, дүрт тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, тәмләткестәр, 40 миллилитр зәйтүн майы алабыҙ.

Башта балды, гәрсисте, лимон һутын, майҙы, ваҡланған һарымһаҡты, тәмләткестәрҙе бергә бутайбыҙ. Өйрәктең эсенә лә, тышына ла шул маринадты һылайбыҙ ҙа, пакетта һалып, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Икенсе көн алманы турап өйрәктең эсенә тултырабыҙ ҙа тегәбеҙ.

Фольгаға ҡалған алмаларҙы, өйрәкте һалып, артҡан маринадты һылап төрәбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, ике-өс сәғәт бешерәбеҙ. Яҡынса бер килограмға - бер сәғәт. Бешеп килгәндә фольгаһын асып, өҫтө ҡыҙарғансы тотабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: sandrablog.net

Автор:Рисаля Юмагулова
 
Автор: