-10 °С
Болотло
Ғәҙәттә, ҡыҫтыбыйҙы картуф иҙмәһе йәки тары бутҡаһы һалып бешерәләр. Ә бөгөн беҙ һеҙгә уның кәбеҫтәле төрөн дә тәҡдим итәбеҙ.
Ҡамыр өсөн: 0,5 литр ҡатыҡ (кефир), бер йомортҡа, бер балғалаҡ тоҙ, 50 грамм аҡ май, кәрәгенсә он. Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫып, 15-20 минут "ял иттереп" алырға. Артабан ҡоро табала йәймәләр бешерергә.
Эслектәр.
Һәр ҡыҫтыбыйҙың тышын иретелгән аҡ май менән майларға. Майлы ризыҡ яратмаһағыҙ, ҡоро килеш тә бик тәмле.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Рецепт – Альмира Миңнуллина-Яппарованың сәхифәһенән.
Фото: m.fotostrana.ru