-7 °С
Ҡар
Бының өсөн ике скумбрия балығы, бер кишер, ике бешкән йомортҡа, ике тоҙло ҡыяр, 150 грамм ҡаты сыр, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ, кориандр тәмләткесе кәрәк.
Балыҡты иретеп, һөйәктәренән таҙартабыҙ. Һуған менән кишерҙе үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Йомортҡаны бешереп турайбыҙ. Һөйәгенән таҙартылған балыҡты таҡтаға һалып, уға тоҙ, кориандр һибәбеҙ. Өҫтөнә беренсе ҡатына һуған менән кишер, икенсеһенә - туралған йомортҡа, өсөнсөһөнә ҡырылған сыр һәм шул көйөнсә тоҙло ҡыяр һалып, ике ҡат фольга менән ныҡлап төрәбеҙ.
Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт бешерәбеҙ. Бешкәс, фольганы алып, киҫеп өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: smartik.ru