-7 °С
Ҡар
Был салат өсөн һыйыр бауыры (ярты килограмм), ике кишер, ике баш һуған, өс тоҙло ҡыяр, бер банка консерваланған йәшел борсаҡ, тоҙ, борос, майонез, йәшеллектәр кәрәк.
Тәүҙә бауырҙы тоҙло һыуҙа бешереп, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Кишер менән һуғанды ваҡлап, үҫемлек майында ҡыҙҙырып, һыуытып, бауырға ҡушабыҙ. Ҡыярҙы нәҙек итеп турап, борсаҡ менән бергә бауырға өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос, майонез һалып, бөтәһен бергә бутайбыҙ. Өҫтөн йәшеллек менән биҙәп, йылы көйөнсә өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: photorecept.ru