Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә кәңәштәр
9 Ноябрь 2022, 12:30

Гөлгөнәнән тәмле "булочкалар"

Баймаҡ районында йәшәгән аш-һыу оҫтаһы Гөлгөнә Байегетова был юлы тәмле "булочкалар" бешереү серҙәре менән уртаҡлаша.

Гөлгөнәнән тәмле "булочкалар"
Гөлгөнәнән тәмле "булочкалар"

"Хәйерле иртә, дуҫтар, эй яратам да һуң һәр-төрлө итеп булочкалар бешерергә һәм айырыуса ашарға. Төрлө - төрлө формаларҙа эшләйем, был юлы шоколад тамсылары ҡушып бешерҙем, шул хәтлем матур булып бештеләр, үҙегеҙ күрәһегеҙ , ә тәмлелегее ... Үҙегеҙ бешереп ҡарағыҙ , рецебын яҙам,бер таба өсөн күләм :
- 250 мл һөт
- 70 г шәкәр ҡомо
- 1-2 йомортҡа
- сәй ҡалағы осонда тоҙ
- ванилин ҡушырға мөмкин
- 11 г ҡоро сүпрә(бер пакетик) (сухие дрожжи)
- 50 г көнбағыш майы
- 500-550 г он
- 100 г шоколад тамсылары
Йылы һөткә шәкәр ҡомо, йомортҡа, тоҙ, ваниль,әсетке,көнбағыш майын ҡушып аралаштырып алырға һәм самалап иләнгән ондо ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫырға,ҡабартырға ҡуйырға, ҡабарған ҡамырҙы йәнә баҫып ике тапҡыр ҡабартып алырға,шоколад тамсылары ҡушып йомро ғына өлөштәргә бүлеп майлы табаға теҙеп,бер-аҙ ҡабарып тора биргәс 180 °ҡыҙыулыҡтағы духовкала ярты сәғәт самаһы ваҡыт эсендә өҫтәре матур төҫкә ингәнсе бешереп алырға, һәр кем үҙенең духовкаһына ҡарап бешерә.Был булочкаларҙы шулай уҡ йөҙөм йәки башҡа төрлө кипкән емештәр менән дә бешерергә була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле,табынығыҙ йәмле булһын!"- тип яҙа ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ә һеҙ, дуҫтар булочкаларҙы нисек бешерәһегеҙ? Үҙегеҙҙең дә рецептарығыҙ менән бүлешһәгеҙ ине.

Фото: Гөлгөнә Байегетова. 

Автор:Карима Усманова

Источник: https://bashgazet.ru/articles/yal-s-tend/2022-11-09/g-lg-n-n-n-t-mle-bulochkalar-3021372 

Гөлгөнәнән тәмле "булочкалар"
Гөлгөнәнән тәмле "булочкалар"
Автор:Лариса Михалькова