Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә кәңәштәр
14 Октябрь 2022, 15:25

Помидорҙарығыҙ ҡалһа, һут яһағыҙ!

Быны эшләүе еп-еңел.

Помидорҙарығыҙ ҡалһа, һут яһағыҙ!
Помидорҙарығыҙ ҡалһа, һут яһағыҙ!

Һут өсөн өс килограмм помидор, ике балғалаҡ тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр кәрәк.

Әҙерләү: башта помидорҙарға ҡайнаған һыу ҡоябыҙ, тышы әрселһен өсөн. Уларҙы ит турағыс йәки блендер аша үткәрәбеҙ ҙә, орлоҡтары төшмәһен өсөн һөҙгөс аша һөҙәбеҙ. Шунан эмалле һауытҡа һалып талғын ғына утта ҡайнатабыҙ. Тоҙ, шәкәр ҡушабыҙ.

Ҡайнап сыҡҡас, өҫтөндәге күбек бөткәс һүндерәбеҙ. Сода менән таҙа итеп йыуылған ҙур ашнаҡсы ҡалағы менән стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡасын ябабыҙ. Һыуығас, ҡояш нуры төшмәгән урында һаҡлайбыҙ.

Ашығыҙ тәмлебулһын!

Фото: doverie-omsk.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
 
Автор:Лариса Михалькова