Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә кәңәштәр
4 Сентябрь 2022, 10:05

Кетчупты үҙебеҙ әҙерләйек

Тәмле лә, файҙалы ла, ышаныслы ла...

Кетчупты үҙебеҙ әҙерләйек
Кетчупты үҙебеҙ әҙерләйек

"Помидор уңған йылда ошондай кетчупты күберәк әҙерләргә тырышам. Эшләүе еңел дә, магазиндыҡынан күпкә файҙалыраҡ та. Уны ҡайҙандыр күсереп алған ҡағыҙ киҫәге һарғайып бөткәнсе йөрөнө, хәҙер әҙерләү тәртибен яттан беләм. Һәр нәмәне сама менән эшләп тә өйрәнгәнмен инде күптән, - ти Өфө ҡалаһында йәшәгән һәүәҫкәр баҡсасы, уңған хужабикә Фәйрүзә Фәтҡуллина. - Был тәмләткес күпме булһа ла ялҡытмай, етмәй ҡалыуы ғына бар. Күстәнәскә биреп ебәрергә лә әҙер ризыҡ.

Беҙгә кәрәк:
6 килограмм помидор
бер килограмм алма
ярты килограмм һуған, һарымһаҡ
ике-өс стакан шәкәр
яҡынса өс-дүрт ҡалаҡ тоҙ (тәменә ҡарағыҙ)
100 грамм тирәһе аш һеркәһе
төйөлгән ҡара һәм ҡыҙыл, аҡ борос.

Әҙерләү тәртибе:
Бөтә ингредиенттарҙы турап, бешергәс, блендерҙа ваҡлайбыҙ ҙа иләктән һөҙәбеҙ. Шунан тағы 50 минуттай - ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Утты һүндерерҙән 5 минут тирәһе алдан тоҙ, шәкәр, борос, алма һеркәһе өҫтәп болғата-болғата тағы бер аҙ ҡайнатабыҙ. Ғөмүмән, баштан уҡ болғатып торорға кәрәк, юғиһә төбөнә йәбешергә генә тора.

Артабан плитәнән ситкә ҡуйып, алдан стерилләнгән банкаларға ҡайнар көйө бүлеп һалып, нығытып ябабыҙ. Банкаларҙы йылы итеп төрөп баштүбән ҡуйып һыуытабыҙ. Оҙаҡҡа ҡалдырғанда һалҡынса урында һаҡлайбыҙ".
Фото:spmguild.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор:Лариса Михалькова