Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә кәңәштәр
29 Август 2022, 11:45

Ҡышҡылыҡҡа телеңде йоторлоҡ салат

Хужабикәләр, был рецепты мотлаҡ һаҡлап ҡуйығыҙ!

Ҡышҡылыҡҡа телеңде йоторлоҡ салат
Ҡышҡылыҡҡа телеңде йоторлоҡ салат

Бының өсөн беҙгә бер килограмм ҡыяр, ярты килограмм помидор, өс ҡыҙыл болгар боросо, бер баш һуған, биш тырнаҡ һарымһаҡ, 100 грамм әнис, ярты стакан үҫемлек майы, бер сәй ҡалағы 9 процентлы һеркә, ике аш ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы тоҙ кәрәк.

Әҙерләү:

Боросто орлоҡтарынан таҙартып, ит турағысы аша үткәрергә, помидорҙы ла үткәрәбеҙ. Шунан йәшелсәләргә тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы һалып һәйбәтләп бутарға ла 5-7 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Әнис, һеркә өҫтәп тағы ла ике минут ҡайнатабыҙ. Артабан ҡайнап торған ҡатнашмаға киҫелгән ҡыярҙар ҡушып тағы ла ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас эҫе көйөнсә стирелләнгән банкалараға тултырып һыуығансы йылы одеал аҫтына ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле былһын!

Автор:Рисаля Юмагулова
 
Фото:vosadu-li-vogorode.ru
 
Автор:Лариса Михалькова