Тәүҙә беренсе ҡатына бауырҙы бешереп, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, икенсеһенә тоҙло ҡыярҙы ҡырабыҙ, өсөнсөһөнә кишерҙе ҡырып майҙа ҡыҙҙырып, уға һуғанды, һарымһаҡты ваҡлап өҫтәйбеҙ, дүртенсеһенә ваҡланған йомортҡа, бишенсе ҡатҡа сыр менән йәшеллек ҡушабыҙ. Һәр ҡат араһына майонез һалабыҙ.