Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә кәңәштәр
1 Февраль 2021, 14:00

Ярангөл

Мәсетле хужабикәләренең күбеһенең тәҙрә төптәрендә төрлө төҫтәге сағыу ярангөлдәрҙе күрергә мөмкин.

Ә ул шаулап сәскә атһын өсөн нимә эшләргә кәрәк икән? Бына гөл үҫтерергә яратыусылар шундай ашлама тәҡдим итә. Бер нисә көн ултырған һыу, водород перекисы, йод кәрәк буласаҡ. Бер литр һыуға 1 мл перекись ҡоябыҙ, 0,6 мл йод өҫтәйбеҙ. Яҡшылап бутайбыҙ. Гөлгә ҡойор алдынан гөл тупрағы еүешерәк булырға тейеш. Яран гөлөгөҙ шаулап сәскә атыр.
Әммә бы гөл бөтөнләй ҙә хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Ул һауаны таҙартыу һәләтенә эйә, баш ауыртыуынан, нервы көсөргәнешенән, йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, әммә эфир майҙарына бай булыуы сәбәпле, аллергия сире тыуҙырыуы ихтимал. Балалар, ауырлы ҡатындар унан алыҫ торорға тейеш, ә ғаиләлә ҡурылдай астмаһы менән ауырыған кеше булһа, ярангөлдө бөтөнләй үҫтерергә ярамай. Бер туҡтауһыҙ йүткерһәң, күҙ йәшләнһә, тәнгә сабыртма сыҡһа, ошо хаҡта уйланырға кәрәк. Бесәй ҙә, уның япрағын йә сәскәһен ашап, ағыуланырға мөмкин.

Бәләкәй балалар булған өйҙә үрмәле гөл, һөтлөгән, олеандр, азалия, диффенбахия, цикламен, примула (кәкүк емеше, кәзә һаҡалы) тотоуҙан да тыйылығыҙ. Ә бына хлорофитум, сансевиерия (ҡәйнә теле), лимон ағасы, каланхоэ, бегония (әҙрәс гөл), зигокактус (декабрист), гибискус, традесканция, спатифиллум (ҡатын-ҡыҙ бәхете) кеүек гөлдәрҙең бер зыяны ла юҡ.
Фотолар: асыҡ сығанаҡтарҙан.