Иң мөһиме – кешеләргә ярҙам итеү

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында Башҡортостан Республикаһы “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 15-тән ашыу ведомство вәкилдәре ҡатнашҡан сара Рәсәй Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең 35 йыллығына арналды.

Иң мөһиме – кешеләргә ярҙам итеүИң мөһиме – кешеләргә ярҙам итеү
Иң мөһиме – кешеләргә ярҙам итеү

Тантана барышында үҙҙәрен ысын оҫталар итеп күрһәткән һәм мәшғүллек хеҙмәте үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр наградалар менән билдәләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса территориаль бүлеге начальнигы Иршат Бәйтуллин да бар. Ул Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды (награданы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова тапшырҙы).
Иршат Бәйтуллин халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хеҙмәт эшмәкәрлеген 2013 йылда инспектор булып башлай. 2021 йылда бүлек менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә алып, традицияларҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә берҙәм, эшкә һәләтле фекерҙәштәр командаһын булдырыуға ла өлгәште. Үҙ ваҡытында ул Йоматау аграр техникумында юридик белем ала, Екатеринбургта Урал дәүләт ауыл хужалығы академияһын тамамлай.
Хеҙмәттәштәре Иршат Бәйтуллинды эшкә һәләтле һәм маҡсатҡа ынтылышлы кеше булараҡ билдәләй. Ул хеҙмәттәштәре менән аралашҡанда һәр саҡ асыҡ йөҙлө, изге күңелле һәм әҙәпле, ярҙамға килергә, тәжрибә уртаҡлашырға әҙер.
– Эшемдең маҡсаты – граждандарға ярҙам итеү һәм бөтә коллективтың һөҙөмтәле эше, – ти Иршат Бәйтуллин.
Иршат Ғәли улы – яҡшы ғаилә башлығы. Ул ҡатыны менән бәхетле никахта ҡыҙ тәрбиәләй.
Бүлектең төп инспекторы Анира Батталова намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм төбәктең социаль-хеҙмәт өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Анира Батталова Мәсетле районы буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә 2012 йылдан эшләй. Бөгөн ул эшкә урынлаштырыу һәм әүҙем сәйәсәт бүлеге инспекторы вазифаһын биләй. Коллегалары һәм етәкселек уның юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләй. Анира Дамир ҡыҙы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеп һәм йәш коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашып, даими һөнәри үҫешкә ынтыла. Тырыш хеҙмәткәр Мәсетле районының үҙешмәкәр сәнғәтендә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. 2013 йылдан Мәсетле районының 2604-се участка һайлау комиссияһы ағзаһы. Ире Азат Тимерхан улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Республика халҡын эш менән тәьмин итеү өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хаты (2016) һәм Почет грамотаһы (2023), Мәсетле районы хакимиәтенең грамоталары менән бүләкләнгән.
Луиза ЗАКИРОВА.

Иң мөһиме – кешеләргә ярҙам итеү
Иң мөһиме – кешеләргә ярҙам итеү
Автор: