Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
– Был майҙансыҡ агрокультураның заманса ҡаҙаныштары менән уртаҡлашыу өсөн төп майҙансыҡ буласаҡ. Бөгөн бында игенселектең инновацион алымдарын, селекция эшенең һөҙөмтәләрен, ауыл хужалығының флагман техникаһын ҡарарға мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Республика абруйлы аграрийҙарыбыҙға, шул иҫәптән ауыл хужалығын индустриялаштырыу йәһәтенән ярҙам итте һәм ярҙам итәсәк. Ошо көндәрҙә баҫыуҙарға 4190 комбайн сығасаҡ, был былтырғыға ҡарағанда 80-гә күберәк. Муниципалитеттарыбыҙға, фермер хужалыҡтары башлыҡтарына, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә әүҙем яңы техника һатып алғандары өсөн рәхмәт әйтәм. Үҙебеҙ яғынан ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдары, шул иҫәптән илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәйәсәкбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Артабан Радий Хәбиров Өфө районының “Таң” ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы Александр Порхун менән бергә “Ростсельмаш” иген йыйыу комбайнында баҫыуҙың старт участкаһын үтте.
– Мин урып йыйыу кампанияһы ваҡытында беренсе тапҡыр комбайн руле артында ултырам. Комбайнсының эш шарттары яҡшы, уңайлы. Тап ошондай техника үҫтерелгән уңышты сифатлы һәм тиҙ йыйырға ярҙам итә, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостан Башлығы.
Шулай уҡ семинарҙың беренсе көнөндә Мәсетле районы вәкилдәре ҡатнашты. Делегация составына район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, “Аҡтау” йәмғиәте етәксеһе Илдар Ниғәмәтйәнов инде.
Төбәктең ауыл хужалығы предприятиелары, район идаралыҡтары, ауыл хужалығы бүлектәре етәкселәренә һәм белгестәренә, фермерҙарға күргәҙмә сәсеүлектәр, техника, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, техникаға алмаш частар һәм технологиялар тәҡдим ителде, орлоҡ менән тәьмин итеүселәр менән таныштырҙылар. Уларға производство дрондарының эшен күрһәттеләр, заманса техника өлгөләрен һынап ҡаранылар. Шулай уҡ мәғлүмәт-консультация үҙәктәренең эшенә, производствола травма алыуҙарҙы иҫкәртеүгә арналған түңәрәк өҫтәлдәр үтте.
Урып-йыйыу кампанияһына килгәндә, баҫыуҙарға 4 меңдән ашыу комбайн сыҡты. Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы баһалауынса, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уңышы 3 млн тонна кимәлендә көтөлә, тағы 1,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө тәшкил итәсәк. Майлы культуралар 600 мең тоннанан кәм булмаҫҡа тейеш.
– Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса республикала иң яҡшы механизаторҙар билдәләнәсәк, – тип өҫтәне төбәк етәксеһе һәм аграрийҙарға уңыштар теләне.
Башҡортостан Башлығы, сығышын тамамлап, аграр секторҙа эшләүсе хеҙмәтсәндәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булыусылар араһында “Аҡтау” йәмғиәте механизаторы Марсель Әҙиуллин да бар. Был юғары танылыу – күп йыллыҡ хеҙмәт һәм профессионализм һөҙөмтәһе.
Марсель Мәүлихан улы мәктәп йылдарында уҡ тракторсы-машинист һөнәрен өйрәнә һәм үҙләштерә башлай. Был һөнәре буйынса хеҙмәт юлын 1995 йылдың авгусында, армия хеҙмәтенән һуң, “Әй” совхозында тракторсы булып башлай. 2013 йылдан “Аҡтау” йәмғиәтендә механизатор булып эшләй.
– Ул грамоталы яуаплы хеҙмәткәр. Машина-трактор агрегаттарының ауыл хужалығы эштәрен башҡарыу ҡағиҙәләрен, ысулдарын һәм үҙенсәлектәрен камил белә, уларҙы практикала оҫта ҡуллана, был уға йөкмәтелгән эште сифатлы башҡарырға һәм юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирә, – тип һөйләй “Аҡтау” предприятиеһы етәксеһе Илдар Ниғәмәтйәнов.
Агросәнәғәт комплексында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн Марсель Мәүлихан улы бер нисә тапҡыр хужалыҡтың иҫтәлекле бүләктәре һәм Мәсетле районы Мәғлүмәт-консультация үҙәге почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Эш йомғаҡтары буйынса 2014 йылда райондың иң яҡшы комбайнсыһы тип танылды. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ.
Луиза ЗАКИРОВА.