Зилә Роберт ҡыҙы – үҙ фәнен камил белгән юғары мәҙәниәтле педагог. Буласаҡ остаз Ғүмәр ауылында донъяға килгән. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаған йәш ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡыуын дауам итә. 2001 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында балаларға белем бирә.
Ул – “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” төбәк-ара конкурсы лауреаты. Хеҙмәтендәге юғары күрһәткестәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереүенә лайыҡ булды.
2022 йылда Зилә Роберт ҡыҙы Мәскәүҙә үткәрелгән Халыҡ-ара туған тел, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресендә III урын алыуға өлгәшә.
2023 йылда Мәсетле райо-нынан Зилә Ғатауллина етәкселегендәге башҡорт теле уҡытыусылары командаһы “Остаз” республика конкурсының зональ этабында еңеү яулап, республика бәйгеһе финалына сыға. Бер йылдан Зилә Роберт ҡыҙы “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” республика конкурсында еңеүгә өлгәшә.
Тәжрибәле педагог башҡорт телен өйрәнеү өсөн “Башҡортса!” мультимедиа ҡулланмаһын булдырҙы.
Зилә Роберт ҡыҙының уҡыусылары ла ҙур уңыштарға өлгәшә, әлбиттә. Улар – район, республика конкурстары, конференциялары, ғилми-тикшеренеү эштәре һәм проекттары еңеүселәре һәм призерҙары.
Үҙенең эшендә ул классик һәм яңы уҡытыу ысулдарын ҡуллана. Коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша. Үҙенең Рутуб-каналында башҡорт телендә дәрестәр әҙерләү һәм үткәреү буйынса видеороликтар, шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр (аудиокитаптар) һала.
Райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша педагог. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, Мәғариф министрлығының почет грамоталары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.
– Минең өсөн башҡорт теле – һулар һауа кеүек тәбиғи күренеш. Ул бай, моңло һәм бик матур, – ти ул.
Зилә Роберт ҡыҙы – райондың педагогик ғорурлығы, башҡорт телен ихлас яратыусыларҙың ижади һәм заманса идеяларын тормошҡа ашырырға ынтылыусы шәхес.
II Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезы кеүек сарала ҡатнашыу уның өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Делегация составына район мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Хажиева, Башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Әбүбәкерова, “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилә Хәлимова инде.
– Беренсе съездан һуң байтаҡ эштәр башҡарылған, телебеҙҙе өйрәнеү өсөн күп мөмкинлектәр булдырылған. Был съезд тағы ла ҙурыраҡ үҙгәрештәргә старт булыр. Съезда эшләгән туғыҙ (!) майҙансыҡтың береһе булған “Һомай”ҙа ҡыҙыҡлы, эшлекле мөхиттә телебеҙҙе цифрлаштырыу, блогерлыҡ, уҡытыусы бренды, гранттар тураһында һөйләшеү алып барылды, – ти Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зилә Роберт ҡыҙы. – Төрлө конкурстарҙа танышып, дуҫлашып бөткән коллегалар менән осрашыу ҙа күңелде матур тәьҫораттар менән байытҡан бер күренеш булһа, яңы кешеләр менән осрашып, танышыу аралашыу офоҡтарын киңәйтте.
Луиза ЗАКИРОВА.