Был мөһим көндә педагогтар, ижади коллективтар етәкселәре, артистар, китапхана, музей хеҙмәткәрҙәре, театр эшмәкәрҙәре һәм рәссамдар юғары наградалар алды.
Район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Радик Шәрифйән улы 23 йыл ғүмерен мәҙәниәткә бағышланы. Ул карьераһын Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлағандан һуң “Сосновый бор” шифаханаһында мәҙәни саралар ойоштороусы булып башлай. 1995 йылдан район Мәҙәниәт һарайында – методист, бер йылдан уның директоры вазифаһын башҡара.
Уны ижади, талантлы йырсы, тәжрибәле һәм аҡыллы етәксе булараҡ беләбеҙ. Ойоштороу һәләте йыл һайын зональ, өлкә, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Мөһим ваҡиғалар араһында: Бөтә Рәсәй Бажов халыҡ ижады фестивале (2018 йыл, Силәбе өлкәһе), “Мәҙәниәттәр берҙәмлеге – Сәнғәт берҙәмлеге – Рәсәй берҙәмлеге” Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы (2019 йыл, 2020 йыл, Мәскәү), Helvetic Navruz Халыҡ-ара бейеү фестиваль-конкурсы (2020 йыл, Швейцария), Михаил Евдокимов исемендәге “Яҡташтар” ХІІ Бөтә Рәсәй Халыҡ ижады һәм спорт фестивале сиктәрендә уҙған “Беҙ барыбыҙ ҙа – рәсәйлеләр, беҙ барыбыҙ ҙа – яҡташтар” Бөтә Рәсәй халыҡ таланттары фестивале (2020 йыл), “Ҡазан һөлгөһө” – “Ҡазан таҫтамалы” Халыҡ-ара халыҡ йыр-бейеү сәнғәте фестиваль-конкурсы (2020 йыл, Ҡазан), “Йолалар” Бөтә Рәсәй фольклор ансамбл-дәре конкурсы (2021 йыл, Пермь) һәм башҡалар.
Мәсетле районында “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсы, “Таланттар йондоҙлоғо” төбәк-ара балалар халыҡ бейеүҙәре конкурс-фестивале, ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр төбәк-ара конкурсы кеүек саралар уңышлы уҙа.
Радик Шәрәфисламов мәҙәниәт бүлегенең, Мәсетле районы хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының бик күп грамоталарына һәм рәхмәт хаттарына, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәгенең һәм республика Хөкүмәтенең почет грамоталарына лайыҡ – былар барыһы ла уның мәҙәни өлкәләге юғары ҡаҙаныштарын һәм профессионализмын раҫлай.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Радик Шәрифйән улы дин әһеле лә, уның етәкселегендә һәм бағыусылығында районда мосолман саралары, конкурстар, фестивалдәр үткәрелә. Уның улы ла атаһы юлынан бара – мәҙрәсәлә белем ала һәм район үҙәге мәсетендә намаҙ уҡый.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.