Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Район үҫешенә өлөш индергән өсөн

Район Мәҙәниәт һарайында 2023 йыл йомғаҡтары буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен һәм урындағы үҙидара вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Район үҫешенә өлөш индергән өсөн
Район үҫешенә өлөш индергән өсөн

Тантананың тәүге өлөшөндә сарала ҡатнашыусыларҙы Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Вадим Садиҡов сәләмләне:
– Сараның төп геройҙары булған хеҙмәт кешеләрен ҡайнар сәләмләйем. Был ваҡиға – “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы – байрам да, районыбыҙҙы үҫтереүгә һәм уның көнкүрешен тәьмин итеүгә үҙенең көндәлек хеҙмәтен, һөнәри оҫталығын, ижади потенциалын һалған ауыл халҡына хөрмәт күрһәтеү ҙә. Тантанала башҡалар менән бер рәттән тиҫтә йыл дауамында, ҡайһы берҙә еңел булмаған, әммә изге эш башҡарған ветерандарыбыҙҙы ла сәләмләүемә бик шатмын, – тип билдәләне ул.
Вадим Рәис улы шулай уҡ агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатын шәхси эшҡыуар һәм крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Адис Ғәлимовҡа тапшырҙы.
Эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә лә ғүмерҙәрен хеҙмәткә арнаған кешеләр бар. Эшкә күңелдәренең бер өлөшөн бүлеп, улар тыуған райондың сәскә атыуына баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Номинацияларҙа еңеүселәр: “Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе” – Павел Ватолин, “Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативы рәйесе; “Иң яҡшы ауыл хужалығы белгесе” – Ирина Вәлиева, “Ҡыҙылбай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хужалыҡ мөдире; “Иң яҡшы механизатор” – Михаил Пастухов, “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы; “Иң яҡшы малсы” – Әлферат Камалов, “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте малсыһы; “Иң яҡшы машина менән һауыу операторы” – Лилиә Хәмиҙуллина, “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең машина менән һауыу операторы; “Иң яҡшы комбайнсы” – Рафиҡ Зөфәров, “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте механизаторы; “Иң яҡшы фермер” – Илнар Ниғәмәтйәнов, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы.
Һуңынан һүҙ район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре һәм иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәновҡа бирелде.
Ул шулай уҡ йыйылыусыларҙы ҡотланы һәм түбәндәге номинацияларҙа еңеүселәрҙе бүләкләне: “Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр” – Наталья Ярмушева, Әләгәҙ ауыл советының йәштәр эштәре буйынса 2 категориялы белгесе; “Иң яҡшы финанс-иҡтисади хеҙмәт хеҙмәткәре” – Зөлфиә Тәхәүетдинова, Рәсәй Ауыл хужалығы банкының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы баш клиент менеджеры; “Сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә иң яҡшы хеҙмәткәр” – Регина Хөрмәтуллина, “Престиж” матурлыҡ салоны парикмахеры; “Иң яҡшы эшҡыуар” – Сергей Скрябин, шәхси эшҡыуар.
Наградлауҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев дауам итте. Номинацияларҙа еңеүселәр: “Йыл табибы” – Әғләм Хафизов, үҙәк район дауаханаһының табип-стоматолог-ортопеды; “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” – Фәүзиә Хәйретдинова, “Ҡарағай” шифаханаһының физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы; “Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре” – Әлфиә Рәхмәтуллаева, Ҡорғат ауылының “Сулпан” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе; “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” – Гөлнара Һаҙыева, Балалар сәнғәт мәктәбендә тынлы ҡоралдар класы буйынса уҡытыусы; “Иң яҡшы тренер” – Салауат Карамов, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы; “Иң яҡшы социаль өлкә хеҙмәткәре” – Эльмира Юнысова, Мәсетле районы буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең хеҙмәт буйынса белгесе.
Артабан наградлауҙы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов дауам итте. Номинацияларҙа еңеүселәр: “Иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре” – Иршат Фәхретдинов, “ГИП – Электро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлеү селтәрҙәрен файҙаланыу буйынса электр монтеры; “Намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ” – Ғәлимхан Әхмәтйәнов, Иҫке Мишәр ауылы старостаһы; “Таныу һәм хөрмәт” – Зимфира Топычканова, район ветеринар станцияһының баш ветеринария табибы; “Иң яҡшы йәмәғәт үҙидараһы вәкиле” – Галина Ватолина, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
Сараның икенсе өлөшө 21 апрелдә билдәләнгән Урындағы үҙидара көнөнә арналды.
Район Советы рәйесе Зөлфиә Әбүбәкирова муниципалитет тормошонда урындағы үҙидараның айырым ролен билдәләне.
– Урындағы үҙидараны үҫтереү халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, граждандарҙы ижтимағи тормоштоң бөтә өлкәләрендә дәүләт сәйәсәтен формалаштырыуға һәм тормошҡа ашырыуға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән дәүләттең мөһим өҫтөнлөктәренең береһе булып тора. Бөгөн муниципалитеттар кимәлендә граждандарҙың көндәлек тормош сифатын билдәләүсе мөһим мәсьәләләр хәл ителә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
“Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының Почет грамотаһы менән Ләмәҙтамаҡ ауыл советының эштәр менән идара итеүсеһе Миләүшә Ғарипова, район хакимиәтенең муниципаль һатып алыуҙар буйынса баш белгесе Лариса Йыһанурова, Оло Аҡа ауыл советының ерҙе файҙаланыу буйынса белгесе Ләлә Фәтихова бүләкләнде.
Урындағы үҙидара органдарында күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Башҡорт-остан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының Рәхмәт хаты менән район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм ҡулланыусылар баҙары буйынса баш белгесе Гөлнара Саярова, Ҡорғат ауыл советының ерҙе файҙаланыу буйынса белгесе Гөлназ Ғәлләметдинова, Мәсетле районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Бикташева, район хакимиәте һаҡсыһы Рәмил Хәмәтнуров, район Советы водителе Фиданис Сәхәүетдинов бүләкләнде.
Мәсетле районы Советының Почет грамотаһы Абдулла ауыл советы депутаты Ринат Фәхрәзиевҡа тапшырылды.
Район хакимиәтенең Рәхмәт хатын Абдулла ауылы старостаһы Сәүиә Солтанғәлиева алды.
“Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының Почет грамотаһы менән район Советы рәйесе Зөлфиә Әбүбәкирова бүләкләнде.
Район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән Оло Ыҡтамаҡ ауыл советының ерҙе файҙаланыу буйынса белгесе Татьяна Берсенёва, Абдулла ауыл советының ер мәсьәләләре буйынса белгесе Зилара Ғәзизова, Оло Ыҡтамаҡ ауыл советының төҙөкләндереү буйынса белгесе Регина Несветаева, Яңы Мишәр ауыл советының хәрби-иҫәп өҫтәле белгесе Гүзәл Ханова бүләкләнде.
Район хакимиәтенең Рәхмәт хаты район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эше буйынса баш белгесе Альбина Зариповаға тапшырылды.
Район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарын әҙерләү һәм үткәреүҙә шәхси өлөшө өсөн һәм Урындағы үҙидара көнө менән бәйле Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәт үҙәгенең әйҙәүсе консультанты Надежда Крючкова, Мәсетле районының территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы Светлана Ғәлимова бүләкләнде.
Мәсетле районының территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы Артур Әхмәтшинға, “Ҡарағай” шифаханаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Артур Бәҙретдиновҡа, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимовҡа, Яңы Мишәр ауыл советы башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров-ҡа, Мәсетле районының территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы Ришат Заһи-ҙуллинға, Мәсетле районының территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы Ольга Кондратьеваға, Йонос ауыл советы башлығы Рәүеф Ниғмәтуллинға, Абдулла ауыл советы башлығы Рәфис Носратуллинға, Мәсәғүт район-ара телекоммуникациялар-ҙы техник эксплуатация лау цехының Оло Ыҡтамаҡ линия-техник цехы универсаль техник участкаһының электр элемтәһе инженеры Рәнис Тәхәүетдиновҡа, йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Вадим Хәбибуллинға, Оло Аҡа ауыл советы башлығы Вадим Шаһибетдиновҡа шулай уҡ рәхмәт белдерелде.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: