Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аграрийҙарыбыҙҙың лайыҡлы наградалары

1 ноябрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс холында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда Мәсетле районынан делегация ҡатнашты.

Аграрийҙарыбыҙҙың лайыҡлы наградалары
Аграрийҙарыбыҙҙың лайыҡлы наградалары

Тантанаға йыйылыусылар алдында Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны.
– Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа һеҙ илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса мөһим бурысты лайыҡлы хәл итәһегеҙ. Республиканың агросәнәғәт комплексы йылдам үҫешә, иҡтисадыбыҙ флагмандарының береһе булып тора. Башҡортостан иген, ҡарабойҙай, йәшелсә, һөт һәм мал ите, шулай уҡ беҙҙең традицион аҙыҡ-түлек – бал һәм ҡымыҙ – етештереүсе ун иң эре төбәк иҫәбенә инә, – тине республика етәксеһе үҙенең сығышында.
Шулай уҡ ул республика аграрий-ҙарының федераль бюджеттан һиҙелерлек ярҙам алыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта тармаҡҡа йыл һайын йүнәлтелгән 7 миллиард һумдың яртыһы тиерлек – республика ярҙамы. Ауылдарҙа йәшәү сифаты ла яйлап яҡшы яҡҡа үҙгәрә.
Артабан Радий Фәрит улы агромиҙгел йомғаҡтары буйынса республиканың иң яҡшы 11 районын дипломдар менән бүләкләне, “Уңыш-2023” конкурсы еңеүселәренә 30 “Лада Нива” автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте механизаторы Рафиҡ Зөфәров тә бар.
– Был – беҙ барыбыҙ ҙа ғорурланған тармаҡ хеҙмәтсәндәре өсөн бик мөһим һөнәри байрам. Көслө агросәнәғәт комплексы һәр ваҡыт республикабыҙ үҫеше нигеҙҙәренең береһе булды. Былтыр ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса Башҡортостан илдә һигеҙенсе урынды биләне (2021 йыл – 11-се урын). Беҙ рекордлы биш миллион тонна иген уңышы йыйҙыҡ. Һуңғы 36 йылда бындай хәл булманы, – тип хәбәр итте хөкүмәт рәйесе.
Министрҙар кабинеты башлығы фекеренсә, Башҡортостан аграрийҙары төрлө өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәште: баҫыуҙар заманса техника менән эшкәртелә һәм элита орлоҡтар сәселә, яңы технологиялар индерелә, урындағы климатҡа яраҡлаштырылған культураларҙың яңы сорттары сығарыла, тоҡомло малсылыҡта ген технологиялары ҡулланыла.
– Шул уҡ ваҡытта беҙ үҫемлекселек һәм малсылыҡтың традицион тармаҡтарын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Быйыл, ҡырау төшөү һәм ҡоролоҡ шарттарында, агрокомплекс хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә республика продукцияның төп төрҙәре менән тулыһынса тәьмин ителде. Игендең (3,3 миллион тонна тәүге ауырлыҡта) һәм техник культураларҙың (500 мең тоннаға яҡын майлы культуралар, 1,6 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө) яҡшы уңышы йыйып алынды. Малсылыҡ ике йылға алдан мал аҙығы менән тәьмин ителгән, – тип өҫтәне Андрей Назаров.
Ул ауыл эшсәндәренә һөнәргә тоғролоҡ, оҫталыҡ һәм уңғанлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. 171 ауыл хужалығы хеҙмәткәре Премьер-министр ҡулынан дәүләт наградалары һәм дипломдар алды. Юғары хөрмәткә лайыҡ булыусылар араһында Мәсетле районы вәкилдәре лә бар. Мәҫәлән, Баш-ҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән шәхси эшҡыуар, КФХ башлығы Юрис Нуриәхмәтов бүләкләнде, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем шәхси эшҡыуар, КФХ башлығы Ришат Нәсибуллинға, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге баш инженер-консультанты Ирек Батталовҡа һәм Мәсетле районы буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы Рәис Әхмәҙиевҡа бирелде.
Ләйсән АБЗАНОВА
әҙерләне.

Автор: