Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Стартҡа – ғаилә менән

“Айыҡ ауыл-2023” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Көршәле ауылында Алкоголизмға ҡаршы көрәш һәм айыҡлыҡ көнөнә арналған “Стартҡа – бөтә ғаилә менән” спорт байрамы уҙҙы.

Стартҡа – ғаилә менән
Стартҡа – ғаилә менән

Байрамды ауыл биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров асты. Һуңынан Яңы Мишәр фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры “Алкоголизм һәм уны дауалау” темаһына әңгәмә үткәрҙе. Әңгәмәнән һуң бөтә ҡатнашыусылар зарядкаға теҙелде һәм Яңы Мишәр мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илнур Мөхәмәтйәнов менән зарядка эшләне.
Сара күңелле эстафета менән дауам итте. Спорт ярышы Көршәле ауылы хужабикәләре әҙерләгән сәй һәм хуш еҫле ҡамыр аштары менән табын янында тамамланды.
Байрам матур уҙҙы, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Автор: