Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙ эшенең оҫтаһы

Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

Агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Мәҡсүт Камалов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Аҙыҡ-түлек индустрияһы өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем “Урарту” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Гагик Аветянға бирелде. “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Юрис Латыпов “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. “Хеҙмәт династиялары” республика конкурсының “Агросәнәғәт комплексы” йүнәлеше буйынса “Өлкән династия” номинацияһында ҡатнашҡан өсөн Әжекәй ауылынан Әхйәмовтар ғаиләһенә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Юғары награда алыусылар араһында йәнә бер ауыл эшсәне – Фәғил Ғарифуллин да бар. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Фәғил Кәлимулла улы Абдулла ауылында тыуған. Бөтә ғүмерен ер эшенә арнай, бөгөн дә атай-олатайҙар йолаларын дауам итә.
Киң профилле механизатор һөнәрен училищела алған. Уны тамамлағандан һуң, 16 йәшендә, “Әй” совхозының 4-се бүлексәһенә эшкә юллана һәм ауыл хужалығы эшсеһе булып урынлаша.
Һуңынан ике йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп, шул уҡ хужалыҡҡа кире ҡайта, әммә хәҙер инде мал ҡараусы булып. Ошо йылдар эсендә ул төрлө предприятиеларҙа тракторсы, автогрейдер машинисы һәм механизатор хеҙмәтен башҡара.
2017 йылдан “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә механик булып эшләй. Фәғил Кәлимулла улы өсөн “ҡыҙыу осор”, башҡа баҫыу эшсәндәренә кеүек, иртә яҙҙан башлана, көҙ һуңында ғына тамамлана. Сәсеү, урып йыйыу эштәре күбеһенсә эшсәндәрҙең оҫталығына һәм намыҫлы хеҙмәтенә бәйле. Фәғил Кәлимулла улы был сифаттарға тулыһынса эйә. Ул – яуаплы хеҙмәткәр, үҙенә тапшырылған бөтә ауыл хужалығы техникаһының төҙөклөгөн иғтибар менән күҙәтә. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем күп ваҡытын баҫыуҙа үткәрә, эштең өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итә, билдәләнгән ваҡытта техник тикшереү үткәрә. Оҙаҡ йылдар эшләү осоронда бер нисә тапҡыр хужалыҡта яңылыҡтар индереү инициаторы булып сығыш яһай. Уның етәкселегендә күп кенә үҙгәрештәр тормошҡа ашырыла һәм улар предприятиеның эш һөҙөмтәһендә ыңғай сағылыш таба.
Бынан тыш, Фәғил Ғарифуллин – яҡшы ойоштороусы һәм профессиональ белгес. Ул ауыл хужалығы өлкәһендә яҡшы белемгә эйә. Дисциплиналы булыуы, башҡаларға талапсанлығы менән айырылып тора, хеҙмәттәштәре һәм етәкселек араһында лайыҡлы абруй, хөрмәт менән фай- ҙалана.
Оҙаҡ йылдар уңышлы, намыҫлы хеҙмәте өсөн Мәғлүмәт-консультация үҙәге һәм Мәсетле районы хакимиәтенең бихисап почет грамоталары, дипломдары менән бүләкләнгән. 2012 йылда Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Фаил Ғарифуллинға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме лайыҡлы бирелде.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова