Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Маҡтаулы уҡытыусыға – юғары исем

Заманалар, быуындар алмашына, мәғариф системаһы үҙгәрештәр кисерә, әммә уҡытыусы һөнәре әүәлгесә кәрәк булып ҡала. Үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән улар хәҙерге, киләсәк заман ҡиммәттәрен булдыра. Уҡытыусы хеҙмәте ғәжәп күп төрлө, күп яҡлы, бер үк ваҡытта ҡатмарлы ла.

Маҡтаулы уҡытыусыға – юғары исем
Маҡтаулы уҡытыусыға – юғары исем

Районыбыҙҙа бай эш тәжрибәһе туплаған уҡытыусыларҙың береһе ошо көндәрҙә “Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Бөгөн Любовь Корягина коллегаларынан һәм уҡыусыларынан ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә.
Любовь Леонидовна Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған, мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Диплом алғас тәғәйенләнеш буйынса үҙенең тыуған ауылына ҡайта һәм бына 38 йыл Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы лицейҙа тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен алып бара. Хәҙер ул – лицей директорының фәнни-методик эш буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта дәрестәр алып бара.
Любовь Леонидовна – ижади уҡытыусы, уҡытыу предметын, методикаһын камил белә. Уның фекеренсә, һәр баланың тәбиғи һәләте бар, һәм ижади уҡытыусы балаларҙа яҡшы уҡырға, үҙ һәләттәрен үҫтерергә ынтылыш тәрбиәләй.
Үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында һәм рухи-әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләүҙе үҙенең төп бурыстарының береһе тип билдәләгән ул. Шуға уҡыусыларын үҙ иленең тарихын белгән, Ватанын яратҡан шәхес итеп тәрбиәләргә тырыша.
– Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланым? Мин ауыл мәктәбендә уҡыным. Уҡытыусы бында иң белемле, хөрмәтле, абруйлы кеше булды, – тип һөйләй Любовь Леонидовна. – Атайым менән олатайым да – белемдәре буйынса шулай уҡ педагогтар, бер аҙ уҡыттылар ҙа, моғайын, һөнәр һайлағанда минең өсөн тап ошо хәл иткес мәл булғандыр.
Киләһе йылда лицейға 150 йыл тула, был бөтә уҡытыусылар өсөн бик мөһим дата. Мәктәп үҫһен, тик яҡшыраҡ ҡына булһын өсөн бөтә педагогтарҙың хеҙмәте мәктәпкә арнал-ған.
– Уҡытыусы – үҙе мәңгелек уҡыусы, ул балалар менән эшләгән осорҙа уҡырға, заман менән бергә атларға, тормошта барған процестарҙы күҙәтергә тейеш, – тип уртаҡлаша тәжрибәле уҡытыусы. – Беҙ төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Эш көнө кискә ҡәҙәр дауам итә. Көндөҙ дәрес алып барабыҙ, кискеһен иһә киләһе көнгә әҙерләнәбеҙ. Үкенескә күрә, хәҙер уҡытыусылар етешмәй, йәштәр ауылға һирәк ҡайта. Шуға күрә уҡытыусыларға ҙур эш йөкмәтелә.
Шуға ҡарамаҫтан, Любовь Леонидовна белемен камиллаштырыу менән әүҙем шөғөлләнә, семинарҙарҙа сығыш яһай, йәш уҡытыусылар менән тәжрибә уртаҡлаша. Ул предмет һәм уны уҡытыу методикаһы буйынса белем кимәлен даими күтәрә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә тора. Уның тәрбиәләнеүселәре эш һөйөүсәнлеге, ҡушылған эшкә ижади мөнәсәбәте менән айырылып тора, лицей тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Любовь Корягина һөнәренә шул тиклем ғашиҡ һәм уҡыусыларында ла был фәндәргә һөйөү тәрбиәләй алған. Һөҙөмтә булараҡ улар тарих, йәм-ғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ буйынса район, республика предмет олимпиадаларында еңеүсе һәм призер булып тора, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа лайыҡлы сығыш яһай. Уҡыусылары араһында ошо мөһим уҡытыу-сы һөнәрен һайлағандар ҙа бар.
Күп йыллыҡ хеҙмәте менән ул коллегалары, ауылдаштары, уҡыусылары араһында ҙур ихтирам яуланы. Шулай уҡ “Мәғариф мөхите-2010” XII форумының “Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге лауреаты” миҙалы, Д. И. Менделеев исемендәге мираҫ хәйриә фондының “Мәғарифҡа хеҙмәт иткән өсөн” миҙалы, “Педагог-тикшеренеүсе-2015” республика конкурсы еңеүсеһе дипломы һәм башҡа рәхмәт хаттары, сертификаттар менән бүләкләнгән.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Любовь Леонидовна ғилми-тикшеренеү мәҡәләләре яҙа, улар йыйынтыҡтарҙа, журналдарҙа баҫылып тора.
Төп эш мәшәҡәттәре күп булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең мауығыуҙарына ла ваҡыт таба. Баҡсаһында бик күп төрлө йәшелсә-емеш үҫтерә. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, волейбол уйнарға ярата. Кистәрен буш ваҡытында бәйләм бәйләй, йәиһә яратҡан китаптарын уҡый.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова