Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эштәренә юғары баһа бирелде

Район Мәҙәниәт һарайында уҙған йылда ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәләрендә һәм башҡа тармаҡтарҙа уңыштарға өлгәшкән, шуның менән районыбыҙ үҫешенә өлөш индергән иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе тантаналы ҡотланылар. Сараны район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин асты.

Эштәренә юғары баһа бирелде
Эштәренә юғары баһа бирелде

Муниципаль үҙидара өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр араһында “Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр” номинацияһында Ләмәҙтамаҡ ауыл Советының ер мәсьәләләре буйынса белгесе Фәнилә Низамова еңеүсе булды, “Иң яҡшы йәмәғәт үҙидараһы вәкиле” – Яңы Мишәр ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Эльвира Латипова, “Иң яҡшы староста” тип Әжекәй ауылы старостаһы Зөлфәр Әсбапов танылды.
“Намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ” номинацияһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының янғынға ҡаршы хеҙмәте 86-сы янғын һүндереү часы водителе Рафас Бижанов һәм Мәсетле районының “Чернобыль” союзы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марсель Ғиндуллин диплом менән бүләкләнде.
“Танылыу һәм хөрмәт” номинацияһында Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы уҡытыусыһы Роза Терентьева иң яҡшыһы тип танылды.
Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре араһында “Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе” номинацияһында – “Аҡтау” яуап-лылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Илдар Ниғәмәт- йәнов, “Иң яҡшы ауыл хужалығы белгесе” – ”Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы механигы Иван Новоселов, “Иң яҡшы механизатор” – “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы механизаторы Сергей Ярушин, “Иң яҡшы малсы” –“Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы малсыһы Владимир Каменских, “Иң яҡшы машина менән һауыу операторы” – “Йондоҙ” йәмғиәтенең машина менән һауыу операторы Лилиә Хәмиҙуллина, “Иң яҡшы комбайнсы” –“Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте комбайнсыһы Рафиҡ Зөфәров, “Иң яҡшы фермер” – “Г. Н. Фәрхетдинова” КФХ-һы башлығы, шәхси эшҡыуар Гөлнара Фәрхетдинова.
Район ойошмалары, предприятие, учреждение хеҙмәткәрҙәре араһында “Сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә иң яҡшы хеҙмәткәр” номинацияһында – “Вектор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идарасыһы Лилиә Әсбапова, “Иң яҡшы финанс-иҡтисад хеҙмәте хеҙмәткәре” – район хакимиәте финанс идаралығының бюджет үтәлеше секторы белгесе Флүзә Иҡсанова, “Йыл табибы” – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Альберт Нурмөхәмәтов, “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” – “Ҡарағай” шифаханаһының физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Миләүшә Ғәлина, “Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре” – Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Миндибаева, “Йыл ирекмәне” – Йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орлова, “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” – Мәсетле китапхана-ара системаһының үҙәк моделле балалар китапханаһы мөдире Зилиә Вәлиева, “Иң яҡшы спортсы” – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Сергей Кустиков, “Иң яҡшы социаль өлкә хеҙмәткәре” – Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенең 8-се пенсия тәғәйенләүҙе контролдә тотоу бүлеге начальнигы Наталья Пашенина, “Иң яҡшы эшҡыуар” – шәхси эшҡыуар Филүс Сираев, “Йәшәйеште тәьмин итеү системаһының иң яҡшы хеҙмәткәре” номинацияһында “Мәсетле водоканалы” слесары Ралит Закиров еңде.
Сара йыл һайын 21 апрелдә билдәләнгән Урындағы үҙидара көнө алдынан үткәрелде.
Дәүләт һәм муниципаль власть органы хеҙмәткәрҙәрен район Советы рәйесе Зөлфиә Әбүбәкирова ҡотланы.
Урындағы үҙидара органдарында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм Урындағы үҙидара көнө менән бәйле Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр конгресының Почет грамотаһы менән Яңы Мишәр ауыл советы башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, Мәсетле районы муниципаль район Советы секретары Владимир Новоселов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов наградланды.
“Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының Почет грамотаһына Оло Ыҡтамаҡ ауыл советының эштәр менән идара итеүсеһе Лена Ғибәҙуллина, Яңы Яуыш ауыл советының эштәр менән идара итеүсеһе Фәниә Камалова, Ростов ауыл советының эштәр менән идара итеүсеһе Рәзилә Ноғоманова, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советының 2-се категориялы белгесе Галина Тетерлева, район хакимиәтенең административ комиссияһы баш белгесе-яуаплы секретары Наталья Шлезингер, Оло Аҡа ауыл советының эштәр менән идара итеүсеһе Илфат Йосопов лайыҡ булды.
“Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының Рәхмәт хаты менән Абдулла ауыл советының эштәр менән идара итеүсеһе Зәлиә Абдулхалиҡова, район хакимиәте финанс идаралығының баш бухгалтер урынбаҫары Лилиә Асҡарова, “Финанс отчет үҙәге” муниципаль ҡаҙна учреждениеһының бүлек начальнигы Галина Луканина, район хакимиәте водителе Данил Сәйфетдинов, Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Хәлилов бүләкләнде.
Әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек, урындағы үҙидараны үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн һәм Урындағы үҙидара көнө уңайынан Мәсетле районы муниципаль район Советы Почет грамотаһына лайыҡ булдылар: 13-сө һайлау округынан район Советы депутаты Гүзәлиә Әхмәтханова, 2-се һайлау округынан район Советы депутаты Константин Русинов,14-се һайлау округынан район Советы депутаты Булат Сәйетов, 3-сө һайлау округынан район Советы депутаты Альберт Солтанов.
Намыҫлы хеҙмәттәре, һөнәри эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәре өсөн һәм Урындағы үҙидара көнө уңайынан Мәсетле районы муниципаль район Советының Почет грамотаһы менән район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, район хакимиәтенең өлкән технигы Рәсимә Ҡушанова, Йонос ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин наградландылар. Район хакимиәтенең муниципаль һатып алыуҙар буйынса баш белгесе Лариса Йыһанурова һәм район хакимиәте водителе Шамил Яҡупов Мәсетле районы муниципаль район Советының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Юғары профессионаллек, урындағы үҙидараны үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн һәм Урындағы үҙидара көнө уңайынан район хакимиәте Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: баш архитектор Дмитрий Баязитов, йыйыштырыусы Татьяна Коробкина, архив хеҙмәте етәксеһе, баш белгес Ләйсән Яҡупова.
Опека һәм попечителлек секторы мөдире Регина Ғайсинаға һәм ҡарауылсы Сергей Михайловҡа Рәхмәт белдерелде.

Автор:Лариса Михалькова