Бөтә яңылыҡтар

Эшегеҙгә тоғро булған өсөн рәхмәт!

12 ноябрҙә Мәсетле районы агросәнәғәт комплексы үҫешенә намыҫлы хеҙмәте менән шәхси өлөш индергән 50-нән ашыу ауыл хеҙмәтсәне почет грамотаһы һәм төрлө кимәлдәге рәхмәт хаттары, шулай уҡ аҡсалата премия менән бүләкләнде. Берәүҙәр байрамда тәүге тапҡыр ҡатнашһа, икенселәр юғары оҫталыҡтарын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.

Эшегеҙгә тоғро булған өсөн рәхмәт!
Эшегеҙгә тоғро булған өсөн рәхмәт!

Тантанаға килеүселәрҙе Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Ҡасим улы Әсәҙуллин йылы сәләмләне. Ағымдағы йылда аграрийҙарға йәй буйына дауам иткән ҡоролоҡ, юғары һауа температураһы шарттарында эшләргә тура килде, тип билдәләп уҙҙы ул. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, күп хужалыҡтарҙа сәсеү, ашлама индереү, үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса эштәр ваҡытында башҡарылды. Хеҙмәтте яҡшы ойоштороу һөҙөмтәһендә һәм яңы ауыл хужалығы техникаһы ярҙамы менән урып-йыйыу, мал аҙығы әҙерләү эштәрен оптималь ваҡыт эсендә башҡарыу, уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу мөмкин булды.
Әнис Ҡасим улы хеҙмәт ярышы һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәрҙе иғлан итте. Предприятиелар араһында беренсе урынды “Аҡтау” йәмғиәте яуланы (директоры – Илдар Ниғәмәтйәнов), икенсе урында – “Йондоҙ” йәмғиәте (директоры – Юрис Латыпов), өсөнсө – “Ленинский” кооперативы (рәйесе – Павел Ватолин). Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары араһында беренсе урынды Ришат Нәсибуллин КФХ-һы яуланы, икенсе – Гөлнара Фәрхетдинова, өсөнсө – Руслан Мөхәмәтйәнов.
Ул шулай уҡ ауыл хеҙмәтсәндәре Вил Ғәлләмовҡа (“Фәрхетдинова Г. Н.” КФХ-һы), Ғәйнетдин Ғилметдиновҡа (“Йондоҙ” йәмғиәте), Фәрит Даяновҡа (КФХ башлығы), Азамат Ибраһимовҡа (“Аҡтау” йәмғиәте), Динар Сабировҡа (“Ленинский” кооперативы), Денис Йәрмөхәмәтовҡа (КФХ башлығы) район хакимиәте почет грамоталарын тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов Мәсетле районы хеҙмәтсәндәренә изге теләктәрен юлланы. Ауыл хужалығы механизаторҙары, умартасы, мал ҡараусы, етәксе һәм белгестәргә намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Шулай итеп, “Аҡтау” йәмғиәте директоры Илдар Ниғәмәтйәнов һәм КФХ башлығы Рәил Дәүләтбаев “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булдылар (һүрәттә).
“Йондоҙ” йәмғиәтенең баш инженеры Мәҡсүт Камалов Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Мәҡсүт Камалов менән мәғлүмәт-аналитика эше буйынса баш белгес Гөлдәр Солтанова муниципаль райондар һәм агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре араһында туғыҙ ай эш йомғаҡтары буйынса ярышта иң яҡшыһы тип табылдылар.
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһы менән Оло Аҡа ауылы ветеринария участкаһы мөдире Булат Әлимбаев, КФХ башлыҡтары Руслан Ахунов һәм Илшат Рәхимҡолов, “Йондоҙ” йәмғиәте мал ҡараусыһы Альферат Камалов, “Ленинский” кооперативы тракторсыһы Василий Крючков һәм “Йондоҙ” йәмғиәте комбайнсыһы Азамат Хәлилов бүләкләнде.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов туғыҙ айға эш йомғаҡтары менән сығыш яһаны (был турала тулыраҡ мәғлүмәт гәзиттең киләһе һанында булыр). Вадим Рәйес улы менән мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Владимир Филимонов номинацияларҙа еңеүселәрҙе бүләкләне.
КЗС комбайнында эшләүселәр араһында беренсе урынды Марсель Әҙиуллин (“Аҡтау” йәмғиәте) яуланы, икенсе – Рафиҡ Зөфәров (“Аҡтау” йәмғиәте), өсөнсө – Владимир Носков (“Ленинский” кооперативы).
“Дон”, “Нива” комбайндарында эшләгән комбайнсылар араһында беренсе урынды Салауат Латипов (“Йондоҙ” йәмғиәте) яуланы, икенсе – Азамат Хәлилов (“Йондоҙ” йәм-ғиәте), өсөнсө – Артур Бәшәров (“Ленинский” кооперативы).
Үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары араһында беренсе урында – Дамир Ғәзидуллин (“Аҡтау” йәмғиәте), икенсе – Илшат Моратов (“Ленинский” кооперативы), өсөнсө – Денис Хәбибйәнов (“Зиялтдинов” КФХ-һы).
Йөк автомобилдәре водителдәре араһында Зифат Ғиниәтов (“Аҡтау” йәмғиәте) беренсе урында килә, икенсе – Владислав Крючков (“Ленинский” кооперативы), өсөнсө – Ринат Закиров (“Йондоҙ” йәмғиәте).
Мал аҙығы әҙерләүсе механизаторҙар араһында еңеүсе – Вәғиз Шафиҡов (“Йондоҙ” йәмғиәте), икенсе урында – Рәмис Шафиҡов (“Ленинский” кооперативы).
Иген культуралары сәсеүселәр араһында еңеүсе – Виктор Власовец (“Аҡтау” йәм-ғиәте), икенсе – Сергей Ярушин (“Ленинский” кооперативы), өсөнсө – Ғәйнетдин Ғилметдинов (“Йондоҙ” йәм-ғиәте).
Ерҙе туңға һөрөүсе механизаторҙар араһында беренсе урынды Дмитрий Петкин (“Аҡтау” йәмғиәте) яуланы, икенсе – Радис Хәмиҙуллин (“Йондоҙ” йәмғиәте), өсөнсө – Александр Федорков (“Ленинский” кооперативы).
Машина менән һауыу операторҙары араһында Зөбәржәт Камалетдинова (“Йондоҙ” йәмғиәте) беренсе урын яуланы, икенсе урында – Сөмбөл Йәрмөхәмәтова (“Йәрмөхәмәтова О. М.” КФХ-һы).
Урта звено белгестәре араһында Нурия Сәлимова (“Аҡтау” йәмғиәте), Марат Һөйәрғолов (“Йондоҙ” йәмғиәте), Иван Новоселов (“Ленинский” кооперативы); мал ҡараусылар араһында Владимир Каменских (“Ленинский” кооперативы), Альферат Камалов (“Йондоҙ” йәмғиәте); ветеринария белгестәре араһында Любовь Малофеева (“Ленинский” кооперативы); производствоны хеҙмәтләндереүсе белгестәр араһында Фәғил Ғарифуллин (“Аҡтау” йәмғиәте), Илдус Зиннуров (“Йондоҙ” йәмғиәте); киң мәғлүмәт сараларында агросәнәғәт комплексы темаһын киң яҡтыртҡан өсөн Рита Вәлиева (“Урал” телестудияһы директор-баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы), Айгөл Шарапованың (Мәсетле мәғлүмәт үҙәгенең хаттар бүлеге мөдире) эштәре еңеүсе дипломы менән билдәләнде.

Эшегеҙгә тоғро булған өсөн рәхмәт!
Эшегеҙгә тоғро булған өсөн рәхмәт!
Эшегеҙгә тоғро булған өсөн рәхмәт!
Автор:Айгуль  Шарапова