Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республика көнө айҡанлы

Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан район Мәҙәниәт һарайында тантаналы сара уҙҙы. Унда күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт, юғары профессионаллек һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән район үҫешенә ҙур өлөш индергән мәсетлеләрҙе тәбрикләнеләр.

Республика көнө айҡанлы
Республика көнө айҡанлы

Мәсетле районы Почет грамотаһы менән район хакимиәтенең кадрҙар буйынса төп белгесе Зөлфиә Әхмәтова, “Россельхозбанк” йәмғиәтенең Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт төбәк филиалы өҫтәмә офисы төп менеджер-операционисы Әлфиә Әхмәтсафина, Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифахана хеҙмәткәрҙәре – бина йыйыштырыусы Әлфиә Закирова һәм водитель Илдар Зарипов, Абдулла ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәфис Носратуллин, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” кабинеты медицина хеҙмәткәре Юҙәлис Сафин, мәҙәниәт бүлегенең бухгалтер иҫәбе бүлеге начальнигы Ғәлиә Сәлимова, Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалы уҡытыусыһы Вәсилә Сәфиуллина, Балалар сәнғәт мәктәбенең тынлы һәм һуҡма инструменттар класы уҡытыусыһы Гөлнара Һаҙыева, Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе водителе Наил Хафизов, Төньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Мәсетле районы буйынса белгесе Эльмира Йоносова бүләкләнде.
Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалы ятаҡ коменданты Ҡәҙер Вәликаевҡа, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы хирургия бүлеге йыйыштырыу-сыһы Зилә Ғиниәтуллинаға, Әбдрәхим мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлгөнә Мөхәмәтоваға, Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифахана хеҙмәткәрҙәре – мәҙәни саралар ойоштороусы Зөлфиә Сафонова һәм шәфҡәт туташы Эльза Шакироваға рәхмәт белдерелде.

Автор:Наркес Халиуллина