Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙҙа – юғары награда

М. Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Рифҡәт Исрафилов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

Яҡташыбыҙҙа – юғары награда
Яҡташыбыҙҙа – юғары награда

Быйыл күп йылдар М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына етәкселек иткән һәм башҡорт театрының йылъяҙмаһына сағыу биттәр яҙған күренекле режиссерға 80 йәш тулды.
Рифҡәт Исрафилов Ырымбур театрының Өфөләге гастролдәрен ябыу сараһында бүләкләнде. Указға 2021 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Награданы йәкшәмбе Баш-ҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Автор:Наркес Халиуллина