Энгельс Ғәлиәкбәров 1963 йылда Һабанаҡ ауылында тыуған. Бала сағынан уҡ ул йыр-моңға ғашиҡ шәхестәр араһында тәрбиәләнеп үҫә: ата-әсәһе йыр-моңға әүәҫ була, гармунда уйнай. Шуға ла ул кескәй сағынан ижадҡа ынтыла. Радио-постановкаларҙы ла тыңларға ярата, уларҙың һәр сығарылышын түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, уның алдында һайлау мәсьәләһе баҫа: педагогия институтына барырғамы, әллә сәнғәткәме? Әммә ижадҡа һөйөү көслөрәк булып сыға һәм ул 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты режиссура бүлексәһе студенты булып китә. Ул йылдарҙа режиссерҙар факультетының художество етәксеһе булып РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт драма театры режиссеры Лек Вәлиев эшләй. Бер йылдан яҡташыбыҙ армияға алына, ә унан һуң инде уҡыуын актерҙар бүлегендә дауам итә һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рифҡәт Исрафилов етәкселегендә актер оҫталығы белеменә эйә була.
Энгельс Дарвин улына Сибай драма театрына йүнәлтмә бирәләр. Әммә йәш егетте тыуған Мәсетле ерҙәре, урмандары, хозур Әйе, алсаҡ халҡы үҙенә тарта. Һәм ул ректор Заһир Исмәғилевҡа үтенесе менән мөрәжәғәт итә. “Әйҙә, ҡайтһын, ҡайтһын да тыуған районын күтәрһен!” – ти ул йәш белгестең мөрәжәғәтенә яуап итеп.
Тыуған районына әйләнеп ҡайтҡас, ул район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, ул ваҡыттарҙа яңы ойошторола башлаған күсмә агиткультбригадаларҙың өлкән методисы, Әләгәҙ һәм Һабанаҡ ауыл клубтары директоры, “Сосновый бор” (“Ҡарағай”) шифаханаһында мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй. Район киновидеостудияһына ла ул нигеҙ һала. Оҙаҡ йылдар Һабанаҡ ауылы мәктәбендә һәм балалар баҡсаһында музыка уҡы- тыусыһы булып эшләй. Бөгөн – район Мәҙәниәт һарайының клуб берләшмәһе етәксеһе.
Энгельс Ғәлиәкбәров – һәр яҡлы шәхес. Уның ҡумыҙҙа уйнауы төрлө йәштәге кешеләрҙе ҡулдарына ҡумыҙ алырға һәм был боронғо музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеүгә дәртләндерә. Ул үҙ оҫталығы менән теләп бүлешә: оҫталыҡ дәрестәре, күнекмәләр уҙғара. Ҡумыҙ буйынса бер нисә ансамбль ойоштора. 2007 йылда беренсе республика ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында иң оҫта башҡарыусы тип табыла һәм гран-приға лайыҡ була.
Энгельс Дарвин улы Һабанаҡ мәктәбе уҡыусыларынан театр төркөмө ойоштора, район Мәҙәниәт һарайының “Илһам” труппаһы театр эшмәкәрлегенә башланғыс һала, күп йылдар уның менән етәкселек итә. Ә үҙе ул, сәхнәлә геройҙары тормошо менән йәшәп, ролдәргә бик оҫта инеп китә.
Бынан тыш, Энгельс Ғәлиәкбәров көйҙәр яҙа. Уны яҡын кешеләре, Мәсетле еренең тәбиғәте, мөхәббәт һәм тоғролоҡ илһамландыра. Шулай итеп “Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай?” (А. Игебаев һүҙҙәре), “Һабанағым” (Р. Нәбиуллин), “Ҡасан ҡайтам инде тыуған яҡҡа” (Р. Ғилметдинов) йырҙары барлыҡҡа килә, тиҫтәләгән балалар йырҙары ла ижад итә. Шул йырҙарҙың береһе – ауылдашы Рафадик Ғилметдиновтың һүҙҙәренә яҙылған “Һабанағым-ауылым” йыры – һабанаҡтар араһында тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм ауылдың үҙ гимнына әйләнә.
Тамашасылар Энгельс Дарвин улы баш-ҡарыуындағы йырҙарҙы көтөп ала. Йырлағанда ул үҙе гармунда йәки баянда уйнай. Беҙҙе, тамашасыларҙы, уның йырҙарының һөйөү, ышаныс, дуҫлыҡ тарихы менән һуғарылыуы һоҡландыра. Энгельс Ғәлиәкбәров башҡарыуындағы оҙон көйлө башҡорт йырҙары, тыңлаусыларҙың йөрәгенә үтеп инеп, халҡының үткәндәре һәм бөгөнгөһө тураһында уйландыра.
Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: ул – үҙ еренең ысын патриоты. Балалар һәм йәштәр менән эшләп, үҙ халҡы һәм иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо һәм һөйөү тәрбиәләй, туған телде үҫтереүгә һәм һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Уның ҡаҙаныштары иҫәбендә – күп һанлы республика һәм төбәк-ара конкурстар еңеүсеһе һәм ҡатнашыусы дипломдары, район хакимиәтенең һәм мәҙәниәт бүлегенең, республика Мәҙәниәт министрлығының иҫәпһеҙ-һанһыҙ почет грамоталары.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” почетлы исеме – районыбыҙ һәм республика мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән һәләтле яҡташыбыҙҙың ихлас һәм фиҙаҡәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.