Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарыусы Вадим Саҙиҡов БР һайлау комиссияһы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Мәсетле районы участка һайлау комиссиялары рәйестәре һәм ағзалары Венера Шафиҡоваға, Миләүшә Хамматоваға Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы почет грамоталарын, һайлау кампанияһын әҙерләп, уңышлы үткәргән өсөн Гөлназ Камалова менән Юлиә Ғафароваға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
“Беҙҙең районда төрлө кимәлдәге уҙған һайлауҙа оҙаҡ йылдар эшләгән һәм уны оҫта ойошторған команда туплан-ған. Беҙҙең комиссияға һайлау кампанияһын уҙғарыу – мөһим маҡсатҡа – юғары кимәлдә һайлауҙы ойоштороу һәм уҙғарыуға ирешеү өсөн сираттағы һынау. Комиссия һәр ваҡыт был мөһим сара һынауын намыҫ менән үтәне. Бөгөн һайлау комиссияһының төрлө кимәлдәге составына эшенә тоғро, ил яҙмышына битараф булмаған кешеләр ингән”, – ти комиссия ағзаларының эше хаҡында Мәсетле районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Бикташева.
Белешмә
Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһының ғәмәлдәге составы (2020-2025 йылдарҙағы саҡырылыш) Башҡорт-остан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2020 йылдың 10 декабрендәге 164/48-6-сы ҡарары менән ойошторол-ған. Уның составына хәл итеү тауышы көсөнә эйә булған туғыҙ комиссия ағзаһы инә. Тәүге ойоштороу ултырышы 2020 йылдың 22 декабрендә үтә. Мәсетле районы территориаль һайлау комиссияһы Башҡортостан Республикаһының дәүләт органы булып тора.
Һайлау комиссияһы ҡарары комиссия ултырышында ҡабул ителә.
Районда бөтәһе 44 участка һайлау комиссияһы эшләй, уның составында 243 кеше тора, иң йәшенә – 25 йәш, ә иң тәжрибәлеһенә – 82.