Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Алдынғылар слетында – һөнәре буйынса иң яҡшылар

Район Мәҙәниәт һарайында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2020” район конкурсына йомғаҡ яһалды.

Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин тантананы асып, мәсетлеләр районыбыҙҙың данлы тарихы, традициялары, хәҙерге ҡаҙаныштары, һәләтле, маҡсатлы һәм ҡунаҡсыл халҡы менән хаҡлы ғорурлана ала, тип белдерҙе, һәм район ойошмалары, предприятиелары, учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы һәм фиҙаҡәр эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Ирешкән уңыштары, һөнәри эшмәкәрлектә юғары оҫталыҡ, райондың социаль иҡтисади үҫешенә өлөш индергән өсөн Мәсетле районы хакимиәте дипломдары менән бүләкләнделәр: “Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр” – Абдулла ауыл советы эштәр менән идара итеүсеһе Зәлиә Абдулхалиҡова, “Иң яҡшы йәмәғәт үҙ-идараһы вәкиле” – Иҫке Мишәр ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Елена Ғилметдинова, “Иң яҡшы староста” – Оло Аҡа ауылы старостаһы Дамир Зәйнуллин, “Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе” – “Аҡтау” йәмғиәте директоры Илдар Ниғәмәтйәнов, “Иң яҡшы ауыл хужалығы белгесе” – “Йондоҙ” йәмғиәте зоотехнигы Илһам Фәтҡуллин, “Иң яҡшы механизатор” – “Аҡтау” йәмғиәте механизаторы Виктор Власовец, “Иң яҡшы мал ҡараусы” – “Ленинский” хужалығы мал ҡараусыһы Фидаэль Мөхәмәтрәхимов, “Иң яҡшы машина менән һауыу операторы” – “Ленинский” хужалығы операторы Гөлниса Мөхәмәтрәхимова, “Иң яҡшы комбайнсы” – “Аҡтау” йәмғиәте механизаторы Марсель Әҙиуллин, “Иң яҡшы фермер” – КФХ башлығы Ришат Нәсибуллин, “Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәре” – шәхси эшҡыуар Ф. Н. Сираев предприятие-һында эшләүсе Эдуард Мөхөтдинов, “Финанс-иҡтисад хеҙмәтенең иң яҡшы хеҙмәткәре” – милек менән идара итеү комитетының төп белгес-эксперты Гүзәл Хәйретдинова, “Йыл меценаты” – “Верт-Инвест” йәмғиәте бүлек начальнигы Владимир Крючков, “Йыл табибы” – Оло Аҡа амбулаторияһының дөйөм практика табибы Азат Ғафаров, “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” – үҙәк район дауаханаһы терапия бүлегенең өлкән медсестраһы Рәмзиә Абзанова, “Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре” – Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының музыка уҡытыусыһы Лилиә Мөхтәрова, “Йыл ирекмәне” – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” – Теләш клубы методисы Ринат Тәҡиуллин, “Иң яҡшы социаль өлкә хеҙмәткәре” – беренсе класлы почтальон Гөлнара Фазулова, “Иң яҡшы эшҡыуар” – “Урарту” кооперативы рәйесе Гагик Аветян, “Йәшәйеште тәьмин итеү системалары буйынса иң яҡшы хеҙмәткәр” – Төньяҡ-Көнсығыш электр селтәрҙәренең Мәсетле районы электр селтәре электромонтеры Илдар Рәхимҡолов, “Намыҫ һәм батырлыҡ” – Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге тәүтикшереүсеһе Фәдис Сафиев, “Танылыу һәм хөрмәт” шәхси эшҡыуар И. А. Скрябин водителе Виктор Куцаев, “Хөрмәт һәм танылыу” – Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы уҡытыусыһы Эдуард Мөфлиханов.
Район Советы рәйесе Зөлфиә Әбүбәкирова тантанала ҡатнашыусыларҙы Урындағы үҙидара көнө менән ҡотланы. “Нәҡ муниципалитет һәм ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре – халыҡ менән власть араһында бәйләп тороусы мөһим звено”, – тип билдәләне ул.
“Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһы почет грамоталары менән Яңы Яуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов, Мәсетле ҡасаба-ара китапхана системаһы директоры Светлана Ғәлимова, район хакимиәтенең кадрҙар һәм юридик тәьминәт бүлеге начальнигы Владимир Новоселов, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов, район Советының баш белгесе Илһөйәр Ямалетдинова, Әләгәҙ ауыл советының икенсе категориялы белгесе Ольга Балдина, Әләгәҙ ауыл Советы башлығы Тәлғәт Вәлитов наградланды.
“Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһының рәхмәт хаттары менән Йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орлова, район хакимиәте финанс идаралығының баш белгесе Светлана Панова, район хакимиәте водителе Алмас Саттаров, йәмәғәт советы ағзаһы Альбина Хәлилова билдәләнде.
Мәсетле районы Советы депутаттары Николай Корлыхановҡа, Эдуард Бәҙретдиновҡа, Павел Ватолинға, Юрис Латыповҡа, Ринат Ғариповҡа, Совет секретары Альберт Сәғҙәтовҡа район Советы почет грамоталары тапшырылды.
Юғары профессионаллек, урындағы үҙидараны үҫтереүгә шәхсән өлөш индергәндәре өсөн һәм Урындағы үҙидара көнө уңайынан район хакимиәте почет грамотаһы менән граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Ринат Кәримов, финанс идаралығы бюджет буйынса инспекцияһының баш иҡтисадсыһы Наталья Кудрявцева, иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса баш белгес Гөлнара Саярова бүләкләнде.