Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен тәбрикләнеләр

Һауа шарттарының ҡатмарлы булыуы һәм килеп тыуған эпидемиологик хәл бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуына ҡарамаҫтан, Мәсетле районы аграрийҙары юғары һөҙөмтәләргә иреште. Һәр ауыл хужалығы хеҙмәткәренең берҙәм, егәрле, фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә улар мул уңыш йыйып алды.

Был турала Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Ирек Яҡупов, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов һөйләне.
Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында йыйылыш күпселек ауыл эшсәндәре өсөн онлайн форматта үтте, әммә был райондың ауыл хужалығы алдынғыларын ҡотларға һәм тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ҡамасауламаны.
Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агроном-консультанты Салауат Зәбихуллин һәм крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Алик Зиялтдиновҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһы менән “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш бухгалтеры Зоя Хисамова, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһы менән Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге баш экономист-консультанты Зарина Баһауетдинова, “Ленинский” ауыл хужалығы тауар етештереү кооперативының трактор оҫтаханаһы мөдире Андрей Васёв, “Аҡтау” йәмғиәте механизаторы Виктор Власовец, “Йондоҙ” йәмғиәте механизатор-ҙары Айбулат Хәлилов, Радис Хәмиҙуллин, “Аҡтау” йәмғиәтенән Илсур Хөрмәтов, “Фәрхетдинова Г. Н” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Гөлнара Фәрхетдинова бүләкләнде.
Номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде һәм Мәсетле районы хәкимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Бишенсе марка комбайндарында эшләгән комбайнсылар араһында беренсе урынды Дмитрий Петкин (“Аҡтау” йәмғиәте) яуланы, икенсе – Марсель Әҙиуллин (“Аҡтау” йәмғиәте).
Дүртенсе марка комбайндарында эшләгән комбайнсылар араһында беренсе урында Рафиҡ Зөфәров (“Аҡтау” йәмғиәте), икенсе – Азамат Ибраһимов (“Аҡтау” йәмғиәте), өсөнсө – Владимир Носков ("Ленинский” кооперативы).
Райондың икенсе марка комбайндарында эшләгән комбайнсылары араһында беренсе урынды Салауат Латипов яуланы (“Йондоҙ” йәмғиәте), икенсе – Александр Крашенинников ("Ленинский” кооперативы), өсөнсө – Илдар Мөхәмәт- йәнов (“Йондоҙ” йәмғиәте). Йөк машиналары водителдәре араһында беренсе урында – Владислав Миндибаев ("Ленинский” кооперативы), икенсе – Зифат Ғиниәтов (“Аҡтау” йәмғиәте), өсөнсө – Владислав Крючков ("Ленинский” кооперативы).
Мал аҙығы әҙерләүҙә механизаторҙар араһында беренсе урынды Руслан Мөхәмәтуллин алды (“Аҡтау” йәмғиәте), икенсе – Рәмис Шафиҡов (“Ленинский” кооперативы), өсөнсө – Фәнис Шакиров (Йондоҙ” йәмғиәте).
Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүҙә беренсе урынға Марсель Әҙиуллин сыҡты (“Аҡтау” йәмғиәте), икенсе – Азамат Хәлилов (“Йондоҙ”), өсөнсө – Сергей Ярушин (“Ленинский” кооперативы”).
Туңға һөрөүҙә механизаторҙар араһында беренсе урын Радис Хәмиҙуллинға бирелде (“Йондоҙ” йәмғиәте), икенсе – Михаил Пастуховҡа (“Аҡтау” йәмғиәте), өсөнсө – Александр Федорковҡа (“Ленинский” кооперативы).
Үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары араһында беренсе урын – Дамир Ғәзидуллинда (“Аҡтау” йәмғиәте), икенсе – Ғәйнетдин Ғилметдиновта (“Йондоҙ” йәмғиәте), өсөнсө – Рөстәм Камаловта (“Нәсибуллин Р. Т.” КФХ-һы).
Машина менән һауыу операторҙары араһында беренсе урынды Лидия Красильникова яуланы (“Ленинский” кооперативы), икенсе – Лилиә Хәмиҙуллина (“Йондоҙ” йәмғиәте), өсөнсө – Зөлфиә Исламова (“Дәүләтбаев Р. Х.” КФХ-һы).
Мәсетле районы хакимиәте почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: мал ҡараусылар Татьяна Хәкимова (“Ленинский” кооперативы), Альферат Камалов (“Йондоҙ” йәмғиәте), Олег Блинов (“Дәүләтбаев Р. Х.” КФХ-һы); урта звено белгестәре Валерий Крючков (“Ленинский” кооперативының беренсе бригада бригадиры), Фәғил Ғарифуллин (“Аҡтау” йәмғиәтенең баҫыуҙар буйынса бригадиры), Айгөл Хәйретдинова (“Йондоҙ” йәмғиәтенең төп бухгалтеры); етештереү техникаһын хеҙмәтләндереүсе белгестәр Андрей Попцов (“Ленинский” кооперативының машина-трактор оҫтаханаһы слесары), Ринат Һөйәрғолов (“Йондоҙ” йәм-ғиәтенең электр-газ менән иретеп йәбештереүсеһе), Радис Хөпөтдинов (“Аҡтау” йәмғиәтенең ашлыҡ киптереү комплексы операторы); киң мәғлүмәт сараларында агросәнәғәт комплексы темаһын киң яҡтыртҡан өсөн Илгиз Зиялтдинов (“Урал” телестудияһы видеооператоры), Гөлдәр Солтанова (район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эше буйынса төп белгесе).
Үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү (тулайым йыйым, ауыл хужалығы культуралары уңышы, малдарҙың продуктлылығы) буйынса ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары коллективтары араһында хеҙмәт ярыштары йомғаҡтары еңеүселәре билдәләнде. Предприятиелар араһында беренсе урынды “Аҡтау” йәмғиәте яуланы (директоры – Илдар Ниғәмәтйәнов), икенсе урынды – “Ленинский” кооперативы (Павел Ватолин), өсөнсө урынды – “Йондоҙ” йәмғиәте (Юрис Латыпов); крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары араһында беренсе урын Ришат Нәсибуллиндың КФХ-һына бирелде, икенсе урын – Илфат Зиннәтуллинға, өсөнсө – Фәрит Даяновҡа.