Бөтә яңылыҡтар

Мәсетле районы игенсеһенә автомобиль тапшырҙылар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Уңыш-2020” конкурсында еңеүселәргә “Лада Нива” автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.

Конкурс 10 номинация буйынса үтте. 2020 йылдың уңыш йыйыу осоронда еңеүселәрҙе төрлө ауыл хужалығы техникаһын, трактор агрегаттарын, йөк машиналарын ҡулланыу күрһәткестәре буйынса билдәләнеләр.
“Аҡтау” йәмғиәте механизаторы Дмитрий Петкин юғары күрһәткестәре өсөн “Лада Нива” автомобиленә эйә булды. Ул ауыл хужалығында 20 йылдан ашыу эшләй. Тракторсы-машинист һөнәренә Красноуфимск ауыл хужалығы лицейында уҡый. Уҡып сыҡҡандан һуң Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районы Урыҫ Тәүрәһе ауылында бер нисә йыл эшләй. “Аҡтау” йәмғиәтендә эшләгәненә ете йыл булып киткән. Ошо йылдар эсендә ул хеҙмәттәштәренә оҫталығын эш менән иҫбат итә.
Ул йыл һайын юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Быйыл 1209 гектарҙа ҡуҙаҡлы һәм иген культураларын йыйып алған, 2509,3 тонна бойҙай һуҡҡан.
Дмитрий Петкин Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2018” район конкурсы һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы комбайнсы” номинацияһында еңеүсе.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, “Аҡтау” йәмғиәтендә техника паркын яңыртыу эше бара. Аҡса һәм һан берәмеге буйынса 2020 йылда иң күп техника ошо йәмғиәттә һатып алынған: “Акрос-550” иген йыйыу комбайны, ике берәмек КЗС-10 “Полесье”, Камаз-4318 автозаправкалаусы, Versatile 2375 тракторы, “ФеатАгро-7500” сәсеү комплексы, ике иген иләгесе.