Рәсәй МЧС-ы Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәте Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 32-се янғын һүндереү отряды начальнигы Азат Фәтҡуллин тантаналы шарттарҙа “Рәсәй МЧС-ына XXV йыл” ведомство миҙалдарын тапшырҙы. Был наградаға водитель Илфат Вәлиев (һүрәттә – уңда) һәм отделение командиры Фәнис Әхтәров (һулда) лайыҡ булды.
Сарала шулай уҡ отряд начальнигы урынбаҫары – янғын һүндереү хеҙмәте начальнигы Василий Федоров булды. Ҡунаҡтар бүләкләнгәндәрҙе ҡотланы һәм тыныс хеҙмәт теләне. Улар ҡот-ҡарыусы профессияһы сик-һеҙ ихтирамға лайыҡ булыуын, сөнки был һөнәргә эйә кешеләр башҡаларҙы ҡот-ҡарыу өсөн ғүмерҙәрен ҡур-ҡыныс аҫтына ҡуйыуын, үҙ иғтибарһыҙлыҡтары һәм моңһоҙлоҡтарының, ут менән һаҡ тотонмауҙарының ҡорбаны булғандар өсөн ғәйәт ҙур яуаплылыҡ улар иңенә ятыуын билдәләне.