Бөтә яңылыҡтар

Һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар

Йәмле яҙҙың тәүге айында мәсетлеләр яҡшы йола буйынса район Мәҙәниәт һарайы залының тамашалар залында 2018 йыл йомғаҡтары буйынса райондың иң яҡшы хеҙмәткәр-ҙәрен ҡотларға йыйылды.

Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин районыбыҙ үҫешенә өлөш индергән өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән сараны асты һәм Мәсетле еренең иҫ китмәле матур тәбиғәте менән генә түгел, ихлас, алсаҡ кешеләре менән дә айырылып тороуын билдәләне.

Үҙ хеҙмәттәре өлкәһендә иң яҡшыһы тип табылған яҡташтарыбыҙ тыуған еренә, ауылына һөйөү һәм хөрмәт менән ҡарай, шуға күрә уның именлеге хаҡына намыҫлы хеҙмәт итеүҙе үҙ бурыстары тип иҫәпләй.

Һәр тармаҡта иң яҡшы хеҙмәт- кәрҙәр билдәләнде.

“Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр” – Яңы Яуыш ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Фәниә Камалова.

“Йәмәғәт үҙидараһының иң яҡшы вәкиле” – Әләгәҙ ауыл биләмәһенең Октябрьск ауылы старостаһы Фират Ғиззәтов.

“Ауыл хужалығы предприятиеһының иң яҡшы етәксеһе” – “Аҡтау” йәм-ғиәте директоры Илдар Ниғәмәтйәнов.

“Ауыл хужалығының иң яҡшы белгесе” – “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире Андрей Васев.

“Иң яҡшы механизатор” – “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы механизаторы Александр Федорков.

“Иң яҡшы мал ҡараусы” – “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы сусҡа ҡараусыһы Фларида Редькина.

“Иң яҡшы машина менән һауыу операторы” – “Йондоҙ” йәмғиәтенең машина менән һауыу операторы Зәлифә Мөхәмәтйәнова.

“Иң яҡшы комбайнсы” – “Аҡтау” йәмғиәте комбайнсыһы Дмитрий Петькин.

“Иң яҡшы фермер” – шәхси эшҡыуар, “Попов” КФХ-һы башлығы Александр Попов.

“Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре” – Оло Аҡа урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыу-сыһы Илмира Дилмөхәмә-това.

“Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” – Ләмәҙтамаҡ китапханаһы китапханасыһы Илгизә Лоҡманова.

“Иң яҡшы социаль өлкә хеҙмәткәре” – Мәсетле районы Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары – пенсия тәғәйенләү, ҡайтанан иҫәпләү, түләү һәм страховкаланыусыларҙың пенсия хоҡуҡтарын баһалау бүлеге начальнигы Әлфирә Фәтхлисламова.

“Йыл спортсыһы” – Йонос урта дөйөм белем биреү мәктәбенең технология һәм йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Фирғәт Мөниров.

“Танылыу һәм хөрмәт” – “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте Мәсәғүт филиалының газ ҡорамалдарын файҙаланыу һәм ремонтлау буйынса слесары Рәзил Әсбапов.

“Намыҫ һәм маҡтаулылыҡ” – 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлеге ҡарауылы начальнигы Айрат Фәхретдинов.

“Ижад һәм илһам” – “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы корреспонденты Зилә Низаева.

“Танылыу һәм хөрмәт” – Төньяҡ-Көнсығыш электр селтәрҙәре производство бүлексәһе урындарға оператив сығыу бригадаһының V разрядлы электромонтеры Николай Топычканов.

“Финанс-иҡтисад өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәре” – район хакимиәте финанс идаралығының баш бухгалтеры Антонина Крашенинникова.

“Иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре” – Абдулла фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Динә Фәризова.

“Йәштәр менән эшләүсе иң яҡшы белгес” – Мәсетле Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы Наталья Бауэр.

“Сауҙа һәм хеҙмәт өлкәһендәге иң яҡшы хеҙмәткәр” – “Ҡарағай” шифаханаһы ашнаҡсыһы Данил Мәхмүтов.

“Иң яҡшы эшҡыуар” – шәхси эшҡыуар Альберт Ғафаров.

“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәре” – Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте водителе Ришат Фәрхитов.

“Хөрмәт һәм ҡаҙаныш” – Мәсетле юл төҙөү-ремонтлау идаралығы водителе Ильяс Исламов.