

Ауылдаштар мәрхүмдәрҙе хөрмәтләп иҫкә алды. Ҡунаҡтарҙы ҡорбан һарығы итенән әҙерләнгән туҡлыҡлы аш менән һыйланылар, ә бәләкәстәр татлы һый-ниғмәттән ауыҙ итте. Сарала район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов ҡатнашты.
Сара зыярат ҡоймаһын яңыртыу эштәренең тамамланыу көнөнә тура килтерелде. Ауылдаштарҙың уртаҡ тырышлығы һөҙөмтәһе – аранан киткән яҡындарҙың ятҡан урындары төҙөкләндерелде.
– Ҡойманы ремонтлау идеяһы бер ай элек шәмбе өмәһе ваҡытында тыуҙы. Халыҡ бер тауыштан иҫке ҡойма алмаштырыуға мохтаж тип хәл итте. Был фекер күптәрҙең йөрәгенә яҡын. Халыҡ реконструкцияға аҡса йыя башланы. Матди ярҙамды шулай уҡ ауылдан ситтә йәшәгән, әммә уның үҫешенә ярҙам итергә теләгәндәр ҙә күрһәтте, – тип һөйләне ауыл старостаһы Илдар Һаҙыев.
Һөҙөмтәлә Октябрьск ауылы халҡы 300000 һум аҡса йыйып, кәрәкле материалдар һатып алған.
Элекке ҡойма ағас бағаналарҙан һәм рабица селтәренән торған. Реконструкция сиктәрендә улар бағаналарҙы яңыртҡан һәм 336 метр оҙонлоҡтағы заманса тимер ҡойма ҡуйған, шулай уҡ мәғлүмәт стенды урынлаштырған.
Яңыртыу эшендә Рөстәм Дилмөхәмәтов, Радик Сәғҙиев, Иван Булатов, Иван Белов, Адис һәм Радис Хәлимовтар, Әҙит Ғарипов ҡатнашҡан. Фермер Владислав Маклецовҡа был проектҡа ҙур өлөш индергәне һәм ауыл башланғыстарында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн айырыуса рәхмәт белдерелде.
Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Айгиз Ғәүнетдинов иҫтәлегенә стенд ҡуйыу ауыл өсөн тағы ла бер мөһим ваҡиға булды. Мемориал ауылдаштар һәм яугирҙың ҡатыны башланғысы буйынса ойошторолоп, хөрмәт һәм ғорурлыҡ символына әүерелде.
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.