

Татарстандың Йәшел Үҙән ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан ерҙә бик матур Сәкел йылғаһы йәйрәп аға. Бай тәбиғәте, тау-артылыштар менән үҙенә тартып тор- ған Кесе Шырдан ауылы йәнәшә урынлашҡан. Сәриә Шамил ҡыҙы Нурыева (Шәрипова) 1966 йылдың 24 июлендә, йәй уртаһында, нәҡ шунда донъяға килә.
Башта ауылдың өс йыллыҡ башланғыс мәктәбен тамамлап, Ҡазан ҡалаһының 10-сы интернаттатар мәктәбенә уҡырға бара. Гимнастика, туризм менән шөғөлләнә, саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Лениногорский яҡтарына туризм буйынса ярышҡа барғас, түҙеп тора алмай трамплиндан һикерә. Гел бейеклек, осоштар тураһында ғына уйлаған ҡыҙ хыялын әҙәбиәт менән бәйләүен һиҙмәй ҙә ҡала. 1983 йылда, мәктәпте тамамлағас, икеләнмәйенсә Ҡазан дәүләт педагогия институтына татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. Шағирә Клара Булатова кеүек уҡытыусы-журналист булғыһы килә уның. Эҙләнә, таба, юғалта торғас, педагогия институтында сығып килгән “Йәш көс” стена гәзитенә килеп ҡушыла. Сәриә мәктәптә алған белеме буйынса машинкала текстар баҫа башлай һәм беренсе шиғырҙары сыға. Хыялый күңел нәҫерҙәр яҙырға этәрә. 7-се класта яҙа башлаған иншалар уға ҡанат ҡуя һәм әҙәби тәнҡиткә юл аса. 1985 йылдарҙа юлы “Ҡазан уттары”ына килеп тоташа. Ә институтта шағир Әмир Мәхмүтов, Рауил ағай Кукушкин менән дә аралаша. Шиғыр техникаһына һабаҡты, тәнҡитте Рауил ағаһынан ала ҡыҙ. Ҡазан мәктәбендә уҡығанда яҙыусылар менән осрашыуҙар ҙа эҙһеҙ ҡалмай. Яҙа, һаман яҙа, яп-ябай итеп яҙа ул...
1988-1989 йылдарҙа тыуған яҡтарында, 1990 йылдан Башҡортостандың Мәсетле районы Яңы Мөслим урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыһы булып эшләй. Бала саҡ хыялдарына тоғро ҡалып, ҡәләм тибрәтә. Атаһынан күскән шиғри ғәҙәт арттан ҡалмай, телдән әкренләп яҙмаға күсә, оҫтара, тынғылыҡ тапмай алға һөйрәй. Ул саҡта мәктәпкә шиғри телле уҡытыусы килгәнде береһе лә белмәй шул әле. Туҡтауһыҙ әҙәби хәрәкәт: “Йәш хәбәрсе булғым килә”, “Журналист”, “Кем ул корреспондент?” түңәрәктәре аша балаларҙы яҙырға өндәй.
Эйе, бар күңеле ижад... Бөгөнгө көндә, 2022 йылдан алып, тынғыһыҙ ижад Туймазы ҡалаһында эшләп килгән Мөжәһит Хәйретдинов исемендәге “Илһам/ Вдохновение” әҙәби берләшмәһенә алып килә (2022 йыл, 19 май, 274-се һан). Берләшмә үткәргән һәр бер сарала ҡатнашырға тырыша Сәриә Шамил ҡыҙы. Гәзит-журналдарҙа ғына түгел, уның инде ижад емештәре йыйынтыҡтарға ла индерелде (Өфө ҡалаһының 450 йыллығына бағышланған “Илһамлы Өфө бал-ҡышы”, 1-се том, 38–47 б.б, төҙөүсеһе – Н. Вәлиәхмәтова).
Сәриә Нурыеваның күптән түгел “Йәй ҡыҙы” тигән шиғри йыйынтығы сыҡты. Берләшмә етәксеһе булараҡ, китапҡа инеш һүҙҙе лә үҙемә яҙырға тура килде.
Ҡайһы бер шағирҙарҙың ижады менән яҡындан таныша ҡалғанда, йыш ҡына шулай була: йыйынтыҡтың беренсе битенә күҙ һалыуға, күңелдә ҡәнәғәтһеҙлек тыуа. Юҡһа, ритмы һәм рифмаһы ла төҙөк, өтөр-һыҙыҡтары ла урынында кеүек. Бының сәбәбе, минеңсә, бер төрлөлөктә, бер ҡалыптан туҡылған булыуҙалыр. Мәҫәлән, шиғриәт күген тотоп тороусы алтын бағаналарҙың береһе булған мөхәббәт лирикаһы, һәр бер әҙип уны үҙенсә белдерә: берәүҙәр муйыл ҡара күҙҙәр, һандуғас һайрауы тураһында яҙһа, икенселәре үҙ йөрәгенең нисек һулҡылдауын, яратҡан кешеһе янында үҙе кисергән хистәрҙе һүрәтләргә тырыша. Был уңайҙан, Сәриә Нурыеваның шиғырҙарында бөтөнләй башҡа үҙенсәлек сағылыш таба. Мәҫәлән, “Рәмзиәү” шиғырында:
“Һөйөү илдәренә һүҙҙәр ҡунған,
Белһәң икән нисек осаһын?!” – ти ул. Унда “Мин һине яратам”, “Һин минең аҫыл йәрем” һымаҡ ҡалыптарҙан йырағыраҡ торған һүрәттәр.
Һөйөү иле! Кеше күңелендәге иң аҫыл хистәрҙе әйтеп бөтөрөр өсөн, ҡалын-ҡалын романдар яҙыу кәрәкмәй. Бында, ысынлап ҡараһаң, барыһы ла асыҡ кеүек. “Һөйөү”, “ил”. Күҙ алдына беренсе тапҡыр ысынлап ғашиҡ булған, яңы хистәр шауҡымынан аптырап ҡалған йәш үҫмер килеп баҫа. Ә икенсе бер шиғырында инде лирик герой бер ни ҡәҙәр хушын алған. Шуға күрә ул, ошо хистең сафлығын, ихласлығын һаҡларға тырыша. “Ниндәй рәхәт миңә был һыуһау”, – ти. Рәхәт һыуһау был осраҡта оксюморон сифатында килә. Юҡһа, һыу-һау бер ҡасан да рәхәт була алмай бит. Әгәр ҙә Сәриә ханымдың “Тын ғына һөйөп ҡара” шиғырын алһаҡ, бында уның барлыҡ эске донъяһын, рухиәтен күрәбеҙ.
“Һәр ялтыраған – көҙгө,
Тын ғына һөйөп ҡара,” – ти ул һағыш-ғазаптар аша. Ысынлап та, яратырға, һөйөргә була, ләкин эсеңдәгене тышҡа сығармайса, татлы ғазап кисереүҙәре, ай-һай, бик ауырҙыр! Ләкин мөхәббәт ни ҡәҙәр генә көслө булмаһын, тора-бара һүнеүе, һүрелеүе лә ихтимал. Быны төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә, төрлөсә үткәреп ебәрергә мөмкин.
“Ысынлап тороп һүрелгән сағым,
Бар нәмәнән ышаныстың бөткән
сағы.
Үткән сағы мөхәббәттең
ярһыуҙары,
Көлгә ҡалған бер сәбәпһеҙ
яныуҙары”.
Көлгә ҡалған бер сәбәпһеҙ яныуҙары”, – тип һығымта яһай автор миллиондарҙың мөхәббәт тарихына. Ниндәй ҡыҙғаныс, был автор фантазияһы түгел, был – тормоштағы ысынбарлыҡ.
Сәриә ханым үҙенең был китабын “Йәй ҡыҙы” тип атай. Ни өсөн “Йәй ҡыҙы” һуң? Салауат күперенә буламы? Әллә шишмәләр сылтырауынамы? Бәлки, 1966 йылдың йәй уртаһында был донъяға ауаз һалғандандыр? Авторҙың “Йәй ҡыҙы мин – ҡояш ҡыҙы” шиғырында бер аҙ асыҡлыҡ керә:
Йәй ҡыҙы мин, һәр көн яландарға
Сәскә эҙләп таңдан юл алам.
Сихри болон мине ҡаршы ала,
Күбәләктәр менән йыуанам.
Сәскәләр, болон, күбәләктәр шағирә күңелен йыуаталар икән. Улай ғына ла түгел, йәйге тәбиғәттең матурлығы, төрлөлөгө әсир итә буғай уны. Йәиһә, бына был юлдар әлеге фекерҙе ысынлап тороп иҫбатлай:
Урманда рәхәт –
Миләш, бөрлөгән.
Күптән гөлйемеш,
Балан өлгөргән... (“Урман һыйы”).
Бына хикмәт нимәлә: авторҙың күңелен үҙенә йәлеп иткән нәмәләр – төҫтәр матурлығы ғына түгел, ә тәбиғәт биргән байлыҡ-муллыҡта, физик һәм рухи иркенлектә. Ғөмүмән, Сәриә ханым үҙен “Йәй ҡыҙы” тип атаһа ла, йылдың башҡа миҙгелдәрен дә үҙ итә. “Ҡыштар миңә һине бүләк итте”, “Ҡыш”, “Боҙ”, “Йәндәр өсөн барыһы ла кәрәк”, “Яҙ еҫе”, “Ҡарлы сәскә” кеүек шиғырҙарында был бигерәк тә асыҡ сағыла. Ә икенсе бер шиғырында иһә, “Әйләнә лә килә йылдар”, – тип уфтанып та ала:
Йылдар менән йәшем аға,
Йәштәр тама керһеҙ генә.
Уйҙар китә, йырағая,
Һирәгәйә төҫһөҙ генә...
Ләкин был юлдар шағирә көтөп алған йәй тураһында ла, ҡыш тураһында ла түгел. Бында яңғыҙлыҡ төҫмөрө лә, ҡасандыр бик яҡын булған кешене юҡһыну хистәре. Ә асылда, бер төрлөлөк тынғы бирмәй икән әҙибә күңеленә:
Ҡан һарҡыған теҙгендәргә,
Йән ҡайтарыр илһам кәрәк... (“Әйләнә лә килә йылдар”).
Сәриә Шамил ҡыҙының ижадына ныҡлап тороп күҙәтеү яһағанда, уның күп төрлө әҙәби талантҡа эйә икәнен күрә алабыҙ. Ул фәлсәфәсе лә, ул тәрбиәсе лә, тәрән аҡылға эйә булған әсә лә, һәр бер әҙәми затҡа хас кәмселектәрҙән, хатанан азат булмаған ябай бер ҡатын-ҡыҙ ҙа ул!
Йәнемде йылыңдан айырмай
Гел йәшә йәнемдә йылы һүҙ!
(“Йылы һүҙ”).
Әйе шул, ул – ҡатын-ҡыҙ. Ул һәр ваҡытта ла йылы һүҙгә мохтаж. Тормошта уны һиҙҙермәҫкә лә мөмкин. Ләкин бына ижадында?! Ижадында ул башҡалар менән шатлана-ҡыуана, башҡалар менән ҡайғыра, борсола. Ләкин, әҙибә булараҡ, трибун булараҡ, башҡаларҙы яңылыш аҙымдан, ярамаған эштәрҙән киҫәтеүҙе үҙенең гражданлыҡ бурысы итеп һанай.
Ҡайғы еле ҡапҡа шаҡый,
Асмағыҙ ҡапҡаларҙы.
Нисә йылдар асҡанын да
Юҡ әле япҡандары.
Асмағыҙ ҡапҡаларҙы, асмағыҙ Пандора тартмаһын, һәр төрлө сирҙәрҙе, ҡайғы-хәсрәтте был донъяға сығармағыҙ, кешелекте бәлә-ҡазаларҙан зинһар һаҡлай күрегеҙ, тип киҫәтә һымаҡ ул!
Башҡортостанда йәшәп ижад итеүсе уҡытыусы-шағирә Сәриә Шамил ҡыҙы Нурыеваның фекерләүе тәрән, яҙғандары йөкмәткеле, тормош менән бер аҙымда бара. Бәғерҙе ярып сыҡҡан, йәндәрҙе тетрәндергән “ғәлийәнәп рухи аҙыҡ” – һүҙҙәрҙең тылсым көсө ярҙамында донъяны танып-белеүгә булған ынтылыш – Сәриә Шамил ҡыҙының йөрәгендә.
Башҡаларға ҡарағанда, зирәк аҡыллы, сағыштырмаса ҡыйыу аҙымлы, тын, сабыр арғымаҡтай алға барыусы зат. Шағирә Лилиә Сәғиҙуллина һүҙҙәренсә, “ябай ғына юлдарҙан ҡатлы-ҡатлы мәғәнәләр “тотоп алыусы”. Яҙыусы Люция Әблиева фекеренсә, “бер кемде лә ҡабатламаҫ, бер кемгә лә эйәрмәҫ” көс эйәһе. Уның үҙ шиғри интонацияһы, яҙыу серлелеге менән тулы шиғриәт баҡсаһы бар. Символик “аҡ, аҡлыҡ” төҫмөрө йәндәренең артыҡ пак, саф, үҙенсәлекле булын күрһәтә. Шиғырҙарында бөтөнлөк менән һуғарылған билдәле бер система, хис хакимлыҡ итә; тура һүҙле, дөйөмләштерелгән образдарҙың күплеге лә ҡайһы ваҡыт уҡыусыны уйландыра, йә булмаһа, шуға этәргес яһай. Эҙләнеүсән, табыштары менән бүлешеүсән.
Шиғриәт, уныңса, бер бөтөн: гендерлыҡ яғынан айырылып тормай, енескә лә бүленмәй. Ҡайһы саҡта артыҡ уҫал, киҫкен ҡарашлы ла була белә, әммә, дөйөм алғанда, йомшаҡ, шат, уйсан, нәзәкәтле. Яҙыусы, прозаик, шағир Мөхәммәт Мырҙа ла (Илфаҡ Ибраһимов) уның ижадын “асыҡ, аныҡ, теүәл йөкмәткеле әҙәби тел, әҙәби һөйләм” – тип баһалай бер осрашыу-баһаламаһында. Был фекер менән мин үҙем дә бер һүҙһеҙ килешәм. Нескә күңеллелек сифаты хас уға: илап та, һыҡрап та ала. Бәлки, шуға ла әҙәби образдары ябай кешеләр генә түгел, ә шағиранә – ихлас күңелле кешеләрҙер, моғайын.
Моңһоуланмай ҙа булмай ҡайһы саҡта. Тормош төрлөсә борола шул. Ул, уны, ябай ғына итеп, мөхәббәт темаһы аша сисә. Исемен дә “Мөхәббәттән әле һүнгән сағым” тип ҡуя. Ниндәй мөхәббәттән һүнә? Башҡа донъя мөхәббәтенән, һанай китһәң, уның ваҡлыҡтары күп: “ғашиҡлыҡтан ваз кискән сағым”, “йондоҙҙарҙан киткән сағым”, “ерҙән өнһөҙ генә үткән сағым”. Һанау интонацияһына кереп китеп лингвистика фәненең төпкөлөнә-төбөнә шулай төшә бара. Үҙе лә һиҙмәҫтән, эрудицияһының тәрәнлеген иҫбатлай. Ябай ғына нәмәләрҙе бер ҡалыпҡа һалып, әҫәрҙең аҙағына тиклем теҙемдәр нигеҙендә аса (был уның “Ижад” шиғырында күренә). Төрлө формаға керә, төрлө образға тап була, бер күтәрелә, бер бәрелә, ләкин сиселешен килтереп сығара. Ҡатын-ҡыҙ шағирә булараҡ, сиселеш ябай:
Мөхәббәттән әле һүнгән сағым,
Ерҙән өнһөҙ генә үткән сағым.
“Мөхәббәт” ҙур төшөнсә. Әҙәбиәтсе өсөн, айырыуса.
Был юлы беҙ әҙәбиәткә, уның яҙыусыһына, шағирҙар ижадына мөхәббәт тураһында һөйләйбеҙ. Сөнки Сәриә Нурыева улар ижады аша донъяны барлай. Һөйөү-мөхәббәттән яралған яралғы ғына ысын әҙәби белгес була ала. Сөнки ул уларҙы, уларҙың ижадын, һүҙ сәнғәтен ярата. Әҙәби стилгә ғашиҡ. Туплау яйланмаһы кеүек шул хәҡиҡәт үрелеп килә генә. Төрә, һүтә, синтезлай, осраша, фекер ҡора, асыҡ, ябыҡ яҡтарын тикшерә, һағына, үртәләнә, һүнә, тағын күтәрелә. Бик күп шәхестәргә мөрәжәғәт итеүе лә, шунан табыш алыуҙан, аңларға тырышыуҙандыр. Ул донъя әҙәбиәтенә табынған күк, донъяны биләп алған үҙ донъяһы – татар шиғриәтенә мөкиббәндер.
Әйләнә лә килә йылдар,
Әйләнә лә килә һинһеҙ генә.
Төҫһөҙ генә үтә көндәре,
Төҫһөҙ генә, үкһеҙ генә. (“Әйләнә лә килә йылдар”).
Башҡортостан ерендә йәшәгән ижад итеүсе үткәндәргә йыш ҡайта. Өйөн, йортон, тыуған ерен ҡалдырып килгән кеше – ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр кисереш, әлбиттә. Ул күнә алмай ғазаплана. Ҡабат-ҡабат ижадҡа ҡайтырға, күҙҙе асырға тура килә. Ул үҙе менән бөтөн бер шәхесте – әсе яҙмышлы шағирҙы – Хәсән Туфанды эйәртә (“Минең менән килгән Хәсән Туфан да” шиғыры, 1990 йылдар) тип асырғаланып ала һәм үҙ ҡыуышына яңыларын тарта башлай. Х. Туфандың дуҫы Әнғәм Атнабаевҡа туҡтала. Күрешеп һөйләшеп кенә ҡалмай, ә әҙәби феноменына әйләнә. Ул әле лә уны һағына, һағышлана.
Яҙыусымы, йырсымы – барыһы ла нәҫелгә бәйле. Уның тоҡомонда ла төрлө ижад вәкилдәре, таланттары тулып ташҡан, йәиһә асылмаған тамыр ҡатламы ята. Шуға ла тора-тора был темаға ла кире ҡайта, эҙләнә, аңына һеңдерә. “Аҫыл нәҫел” емеше лә шуның реаль факторы, минеңсә.
Урман-ҡыры ике аҙым,
Ете саҡрым араһы.
Мин бит, дуҫтар, үҙем дә бит
Оҫта ҡулдар балаһы.
Йәиһә,
Бер бабайым балта сарлай –
Уға өйҙәр һалаһы.
Береһе иһә бригадир –
Үҫә иген, ҡаласы.
Шағирә һуң, нимә эшләй? Нишләһен, китап сығара. Ундайҙар тураһында “Ете ҡат үлсәп – бер ҡат киҫергә” кәрәк, тиҙәр. Ана ул, нәҡ бына олоғайғас ҡына тамырға йәбешкән. Ул уларҙы ауыҙҙа ирей торған һутлы алма, татлы бал кеүек ғүмере буйына йыя килгән, шул һуҡмаҡтарҙан ҡайта-ҡайта үткән, төйнәгән һәм беҙгә ғүмер ҡуҙында йәнә матур асылған сәскә һымаҡ асҡан. Тыуған еренең яҡынлығын да (“урман-ҡыры ике аҙым” үлсәме менән), кемдәр кем булып йәшәгәнен дә, нәҫел ебенең остары ҡайҙалығын да, үҙенең кем ейәнсәре булыуын да, ул ейәнсәрҙең ниндәй тәрбиә алыуын ла һүрәтләүҙәр аша сигә белгән.
Ижад кешеһенә хас сифат-үҙенсәлек менән шуны әйткем килә. Кеше – ижад кешеһеме, тормош кешеһеме, барыбер “Кеше” булып ҡала. Ә бына аң-дәрәжәгә килгәндә, быны автор үҙе, ҡатын-ҡыҙ ижадсы булараҡ, ирҙәрсә төплө, айыҡ ҡарашлы фекер йөрөтөп, “шиғри аң” тип бирә. Йәмғиәттәге әүҙем һәм креатив мөнәсәбәттәр йыйылмаһын саф, теүәл-тыныс юл, сабырлыҡ менән аңлатыуға өлгәшә. Аҡыл, мөнәсәбәт, тәрбиә – эш-хеҙмәт булыуын үҙенең ижадынан һәм сәйәсәт күҙлегенән сығып раҫлай.
Ошо көндәрҙә хөрмәтле Сәриә ханымдың ғүмер байрамы – 60 йәшлек юбилейы. Уны берләшмә ағзалары исеменән ҡотлап, тормош иптәше Наил менән һау-сәләмәт булып, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен һәм дә ижади уңыштар теләйбеҙ.
Нурия ВӘЛИӘХМӘТОВА,
Мөжәһит Хәйретдинов
исемендәге “Илһам/
Вдохновение” әҙәби
берләшмә рәйесе, БР
Яҙыусылар союзы ағзаһы.