ХАТТАРҘАН
14 Июля , 10:05

Нәҫелебеҙҙең хөрмәтле ҡыҙы

6 июлдә беҙҙең яратҡан, иң ҡәҙерле кешебеҙ, әсәйебеҙҙе алмаштырған апайыбыҙ Рәмилә Сәләх ҡыҙы Нухова күркәм юбилейын билдәләне – 90 йәш тулды.

Нәҫелебеҙҙең хөрмәтле ҡыҙыНәҫелебеҙҙең хөрмәтле ҡыҙы
Нәҫелебеҙҙең хөрмәтле ҡыҙы

Ул 70 йылға яҡын Ключевой ауылында йәшәй. Ауыл халҡы бик хөрмәт итә апайыбыҙҙы. Ул – яҡшы күрше, тырыш, уңған ҡатын, балалары өсөн яратҡан, хөрмәтле әсәй. Мин уның бер туған һеңлеһе булыуым менән бик ғорурланам һәм һөйөнөп йәшәйем.
Беҙ түңәрәк табынлы, ныҡлы ғаиләлә тыуып үҫтек, бер ояла ҡанат нығыттыҡ, тормош һынауҙарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын, юғалтыуҙарын да уртаҡ итеп йәшәнек.
Апайымдың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ул әсәйебеҙҙең ҙур таянысы, ярҙамсыһы булды. 36 йәшендә тол ҡалып, өс балаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бик күп көс түкте. Йорт тултырып мал, ҡош-ҡорт ҡараны. Баҡсаһында гөрләп йәшелсәләре үҫә, өйөндә һәр саҡ бөхтәлек, тәртип. Тәҙрә төптәрен береһенән-береһе матур гөлдәре биҙәй, йорт тулы сәскәләре күҙҙе ҡамаштыра. Ул беҙҙе шатланып, ҡолас йәйеп ҡаршы ала, тәмле аштары менән һыйлай, һый-хөрмәт күрһәтә, күстәнәстәр биреп оҙатып ҡала. Атайыбыҙ беҙгә әйтә ине: “Апайығыҙҙан үрнәк алығыҙ, уға оҡшарға тырышығыҙ. Ул ауыр хеҙмәттән ҡурҡманы, ирҙәр эшен дә башҡарҙы. Уға һәр саҡ ярҙам итеп, арағыҙҙы һыуытмай йәшәгеҙ”.
Апайымдың улдары ла үҙенә оҡшап бик тырыштар. Бөгөн ете ейәне, биш ейәнсәре тормошон йәмләй.
Апайым ауыр ваҡыттарҙа һәр саҡ эргәлә булды. 50 йыл бергә ғүмер кисергән яратҡан тормош иптәшемде юғалтҡас, артабан йәшәргә көс ҡалмаған саҡта, иңдәремдән ҡосоп, аҡыллы, матур кәңәштәрен биреп йыуатыусым да ул булды. “Иркәм, сабыр, түҙемле бул, йәшәргә тырыш. Һинең бит йыуанырға, таянырға ике ҡыҙың, ейәндәрең, туғандарың бар”, – тине. Йәшәргә көс бирҙе, йөрәк йылыһын өләште.
Апай, йәнем, рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә. Сабыр, оло йөрәкле, изге йәнле булыуың менән бөтә кешегә лә күңел йылың етә. Бөтә нәҫелебеҙ, туғандар исеменән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Һау булып, Хоҙай биргән ғүмерҙе сәләмәтлектә, иман байлығында, шатлыҡта, рәхәтлектә үткәреүеңде, бәрәкәтле, тыныс, матур, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы, борсолоуҙарһыҙ оҙон ғүмер теләйем. Һин – нәҫелебеҙҙең иң хөрмәтле ҡыҙы!
Әйтер һүҙем, әйтер рәхмәтем бар
Әсәйем кеүек яҡын кешемә.
Ә ул берәү – минең апайым,
Уның кеүек булмаҫ берәү ҙә.
Бына тағын һиңә ҡайттым,
Бик тә килде һине күрәһем.
Ҡайтыр ерем, көтөр кешем булып,
Ҡолас йәйеп ҡаршы киләһең.
Күк ҡояшы менән бергә һинең
Оло йәнең беҙҙе йылытһын.
Һин – терәге беҙҙең ғаиләнең,
Ҡыуанысы оло тормоштоң.
Сәләмәтлек менән шатлыҡ
Юлдаш булһын беҙгә ғүмергә.
Йәшәйек, туғанлыҡты һаҡлап,
Гөрләшеп бергә-бергә.
Һиңә ҡарап һөйөнәбеҙ һәр саҡ,
Күңелдәрҙә тыуа ғорурлыҡ.
Рәхмәт һиңә, әл дә ярай һин бар,
Беҙгә үрнәк булып торорлоҡ!

Иң изге, иң матур теләктәр менән Ҡазан ҡалаһынан һине яратҡан һеңлең Зәйнәп, улдарың Вәҡиф, Риф, килендәрең Галина, Светлана, Анастасия Нуховтар.

Автор: