Мәсетле тормошо
+18 °С
Облачно
ХАТТАРҘАН
17 Июня , 11:45

Санкт-Петербург буйлап сәйәхәт

Оло Ыҡтамаҡ лицейының 10 “А” һәм 10 “Б” класс уҡыусылары 26 майҙан 1 июнгә тиклем етәкселәре Гүзәлиә Хәйретдинова һәм Татьяна Сычкина менән бергә Санкт-Петербургта булды.

Санкт-Петербург буйлап сәйәхәтСанкт-Петербург буйлап сәйәхәт
Санкт-Петербург буйлап сәйәхәт

Был – тарихы, архитектураһы һәм ҡабатланмаҫ атмосфераһы менән күптәрҙе үҙенә тартып торған ҡала. Унынсы класс уҡыусыларының мәктәп программаһы ошо ҡалаға бәйле әҙәби әҫәрҙәр һәм тарихи ваҡиғаларға бай, шуға күрә сәфәр экскурсия туры ғына түгел, ә үҙенә күрә йәнле дәрес тә булды.
Ҡалаға килеп еткәс тә уның үҙенсәлекле энергетикаһын тойҙоҡ. Мегаполистың заманса биналары быуаттар буйына төҙөлгән биналар менән йәнәш килә һәм ҡабатланмаҫ архитектура коллажын тәшкил итә. Әлбиттә, иң тәүҙә күҙгә ташланғаны – классик роман биттәрендәге тарихи биналарҙың мөһабәт фасадтары.
Дәүләт Эрмитажына барыу – сәфәрҙең иң сағыу ваҡиғаларының береһе. Донъя сәнғәте шедеврҙары менән тулы ғәйәт ҙур залдар һоҡландырҙы. Беҙ картинанан картинаға, скульптуранан скульптураға йөрөнөк, тәҡдим ителгән экспонаттарҙың бөтә матурлығын һәм бөйөклөгөн иҫтә ҡалдырырға тырыштыҡ. Сәнғәт тарихын һәм бигерәк тә рус рәссамдарын өйрәнгән уҡыусылар өсөн был асыш булды. Репин, Айвазовскийҙың картиналарын, шулай уҡ Леонардо да Винчи һәм Рембрандт ижад емештәрен үҙ күҙҙәрең менән күреү – оҙаҡ иҫтә ҡалырлыҡ мәл.
Нева проспекты буйлап йөрөү – айырым сәйәхәт. Ҡаланың төп артерияһы тормошо күренештәргә бай: ашығып үтеп барыусы йәйәүлеләр, магазиндарҙың сағыу витриналары, йәмле кафелар. Бында һәр аҙымда проспект атмосфераһы, уның тарих һәм хәҙерге заман рухы ныҡ һиҙелә.
Петергофҡа, рус батшаларының ҡала ситендәге резиденцияһына, барыу ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йөҙәрләгән фонтан, шул иҫәптән легендар “Арыҫландың ауыҙын ҡайырған Самсон” менән биҙәлгән ҙур парк – күҙҙең яуын алып торған тамаша. Беҙ хозур аллеялар буйлап йөрөнөк, шарлауыҡтар янында фотоға төштөк һәм императорҙарҙың бында нисек йәшәүен һәм ял итеүен күҙ алдына килтерҙек.
Беҙгә Санкт-Петербургтың аҡ төндәрен күреү бәхете тейҙе. Был – үҙенсәлекле тәбиғәт күренеше. Ҡояш офоҡ артына төшмәй тиерлек, күк йөҙө нескә, серле тондарға буяла.
10-сы класс уҡыусылары өсөн Санкт-Петербургка барыу – мауыҡтырғыс сәйәхәт кенә түгел, ҡиммәтле белем алыу тәжрибәһе лә. Беҙ дәреслектәрҙә уҡыған урындарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, бөйөк шәхестәр тарихына ҡағылдыҡ һәм төньяҡ баш ҡаланың ҡабатланмаҫ рухын тойҙоҡ.
Бындай сәфәрҙәр мәктәп уҡыусылары өсөн матур йолаға әүерелер, тип ышанабыҙ. Ошондай матур турҙы ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт!

Татьяна СЫЧКИНА,
Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Санкт-Петербург буйлап сәйәхәт
Санкт-Петербург буйлап сәйәхәт
Автор: