ХАТТАРҘАН
27 Мая , 05:00

Китапхана – уның икенсе йорто

Китапханасы һөнәре ул – кешеләргә күңел нурын биргән, белем менән уртаҡлашҡан һәм асыштарға илһамландырған ысын булмыш һәм күңел торошо. Үҙ эшенә тоғролоҡ өлгөһө булған Эльза Ғәлимова – тап ошондай кеше.

Китапхана – уның икенсе йортоКитапхана – уның икенсе йорто
Китапхана – уның икенсе йорто

Уның һөнәри эшмәкәрлеге 2006 йылда Әжекәй ауыл китапханаһында башлана. Ошо йылдар эсендә Эльза Шаһимәрҙән ҡыҙы ауылдаштары өсөн китаптарҙы һаҡлаусы ғына түгел, ә ысын дуҫ һәм әҙәбиәт, ижад донъяһына оҙатыусыға әүерелде. Ул уҡыусының китапханаға һәр сәфәрен сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға итеү өсөн бөтә күңелен һалған үҙенсәлекле, изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше.
Эльза Ғәлимованың хеҙмәт эшмәкәрлеге бик бай: ул ҡыҙыҡлы проекттарҙы һәм акцияларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, яңы эш йүнәлештәрен даими өйрәнә, заманса форматтарҙы индерә һәм йәш китап уҡыусыларҙы, уларҙа китапҡа һәм китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләп, сараларға йәлеп итә.
Әжекәй ауылы китапханаһында һәр ваҡыт йәмле, яҡты, ә китап уҡыусыларҙы зауыҡ, ижади ҡараш, деталдәргә иғтибар менән биҙәлгән көнүҙәк китап күргәҙмәләре һәм тематик кәштәләр ҡаршы ала. Эльза Шаһимәрҙән ҡыҙы өсөн китапхана күптән инде икенсе йортҡа әүерелгән, ә һөнәре – тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Ул һәр иртә эшкә ашыға һәм яҙмышын ошо мәҙәниәт учреждениеһы менән бәйләгәне өсөн һис тә үкенмәй.
27 майҙа билдәләнгән китапханасы көнө – фиҙаҡәр хеҙмәте, яңылыҡтар һәм күңел йылыһы өсөн Эльза Ғәлимоваға тәрән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерергә һәм ихтирамыбыҙҙы белдерергә бик яҡшы мөмкинлек.
Рәхмәтле уҡыусылары –
Әжекәй мәктәбенең
уҡытыусылар коллективы.

Автор: