ХАТТАРҘАН
20 Мая , 05:45

Онотмабыҙ һине, әсәй!

Был тормошта беҙҙе күҙгә күренмәгән ныҡлы ептәр бәйләп тотҡан изге төшөнсәләр бар. Туғанлыҡ тойғоһо, ата-әсәләрҙең оло һөйөүе кешегә ғүмер юлында көс өҫтәй, илһам бирә. Әммә бер мәл килеп, ата-әсәнең ныҡлы терәген юғалтабыҙ. Бик ауыр һәм аяныслы...

Онотмабыҙ һине, әсәй!Онотмабыҙ һине, әсәй!
Онотмабыҙ һине, әсәй!

Беҙҙең һөйөклө әсәйебеҙ, хөрмәтле уҡытыусы, педагогик хеҙмәт ветераны, халыҡ мәғарифы отличнигы, яҡшы кеше Зөһрә Мөнир ҡыҙы Ғәлимова арабыҙҙан китте. Ауыр сир уны тормошобоҙҙан аяуһыҙ тартып алды. Ә бит ул был тормошто шул тиклем ярата ине! Күңелдә ауыр бушлыҡ ҡалды...
Әсәйемдә ғәҙеллек тойғоһо көслө булды. Уны был сифаты өсөн маҡтанылар ҙа, әрләнеләр ҙә, яраттылар ҙа, яратмаусылар ҙа табылғандыр. Әсәйебеҙ башҡаларға ҡарата һәр саҡ асыҡ, намыҫлы ине, үҙ принциптарынан тайпылманы. Ул беҙҙең өсөн эшһөйәрлек өлгөһө булды һәм булып ҡала.
Зөһрә Ғәлимова Мәсетле районының Кесе Ыҡтамаҡ ауылында балалар йорто директоры вазифаһын башҡар-ған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ахунов Мөнир Ахун улы һәм балалар йорто тәрбиәсеһе Ахунова Зәйтүнә Әхмәҙулла ҡыҙы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Дүрт ҡусты-һеңлеләре өсөн хәстәрлекле апай булып үҫә. 1953–1962 йылдарҙа Әбдрәхим һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый, 1965 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлай.
Хеҙмәт биографияһы 1966 йылдың ғинуарында Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы сифатында башлана. 1970 йылда уға биология һәм химия фәндәрен ышанып тапшыралар. 1975 йылда ситтән тороп Башҡорт ауыл хужалығы институтында агроном-иҡтисадсыға уҡып сыға, ә 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетында химия-биология йүнәлеше буйынса диплом ала.
Зөһрә Мөнир ҡыҙы 32 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы, тәбиғәткә, фәнгә, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү тәрбиәләне, сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәренә өйрәтте. Ул үҙенең белеме һәм тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты, остаз, тәрбиәсе һәм белем донъяһына юл күрһәтеүсе булды.
Зөһрә Мөнир ҡыҙы өсөн мәктәп эш урыны ғына түгел, ә икенсе өй ине. Биология уҡытыусыһы булараҡ, мәктәп яны участкаһында баҡса эштәрен алып барҙы. Йәйге осорҙа уҡыусылар менән берлектә йыл һайын мәктәп ашханаһын емеш-еләк һәм йәшелсәләр менән тәьмин итте. Сәскәләрҙе, тәртип яратты, ул эшләгән осорҙа коридор һәм мәктәп фойеһы, тәҙрә төптәре гөл-сәскәләргә күмелеп ултырҙы, ә яҙҙан алып мәктәп тирәһендә шаулап гөлдәр сәскә атты, уларҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашты.
Әсәйебеҙҙең рәхмәтле уҡыусылары уны һәр саҡ иҫендә тотто, бәйләнештә булды, шылтыратты, борсолдо. Юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булып, ул үҙ эшенә тоғро ҡалды, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып танылды.
1972 йылда ул тормошон Ҡотош ауылы егете Ғәлимов Әкрәм Лотфулла улы менән бәйләй. Атайыбыҙ яҡшы вокал һәләткә эйә ине, мандолинала виртуоз уйнаны. Улар бергәләп Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итәләр, параллель кластарҙа етәксе булалар, дәрестән тыш саралар ойошторалар. Атайым Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе директоры вазифаһында эшләгән йылдарҙа әсәйем уға һәр яҡлап ярҙам итте.
Атайым менән әсәйем беҙҙе, дүрт балаһын, матур ғаиләлә тәрбиәләп үҫтерҙе, һәр ҡайһыбыҙға белем алырға ярҙам итте. Әсәйем бөтә ерҙә лә өлгөрә ине: өй эсендә һәм йорт тирәһендә лә һәр ваҡыт тәртип булды, балалар туҡ, кейенгән, бөтә ерҙә гөрләп төрлө сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсә үҫте. Ул бигерәк тә рауза сәскәләрен яратты, үҙ ҡулдары менән үҫтерҙе. Эште һәр саҡ аҙағынаса еткереп башҡарҙы. Атайыбыҙ вафат булғандан һуң, ул тормош ауырлыҡтарына бирешмәне – балаларына, ейән-ейәнсәр-ҙәренә ярҙам итеп йәшәргә тырышты. Атайыбыҙҙың беҙҙең менән булмауына 20 йылға яҡын ваҡыт үтте.
2026 йылдың мартында көтмәгәндә район телевидениеһының архив фондында атайым Ғәлимов Әкрәм Лотфулла улы башҡарған “Яҙғы бүләк” йыры килеп сыҡты. Әсәйем һуңғы тапҡыр уның йырын ишетте. Ошо йыры менән атайым уны үҙе янына алды...
Әсәй, һин лайыҡлы ғүмер кисерҙең. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ. Һөйөүең, хәстәрлегең, беҙгә бүләк иткән ғүмер өсөн рәхмәт һиңә. Беҙ һине һәм атайыбыҙҙы онотмаясаҡбыҙ. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалып, уларҙы артабан киләсәк быуындарыбыҙға тапшырырбыҙ.
Ҡыҙы
Лена КАМАЛЕТДИНОВА.

Автор: