ХАТТАРҘАН
20 Мая , 06:00

Чернобылдәге һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүсе менән осрашыу

1986 йылдың 26 апрелендә АЭС-тағы авария – XX быуаттағы иң ҙур техноген һәләкәт – Чернобыль тарихын икегә бүлә. Реакторҙа шартлауҙан һуң тәүге сәғәттәрҙә үк, хәүефтең ҙурлығын аңлап, илебеҙ халҡы радиация янғынын туҡтатыу һәм миллиондарса кешенең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн һәләкәт урынына бара. Улар араһында Борғатья ауылынан 1987 йылдың мартынан майға тиклем изоляция зонаһында химик разведка ротаһында дозиметр менән үлсәүсе Марсель Ғиндуллин да була.

Чернобылдәге һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүсе менән осрашыуЧернобылдәге һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүсе менән осрашыу
Чернобылдәге һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүсе менән осрашыу

Чернобыль геройҙары бөгөн дә, тарихи хәтерҙе һаҡлап, кешеләргә хеҙмәт итә. Әләгәҙ урта мәктәбендә Марсель Әбүлкәрәм улы менән осрашыу уҙҙы. Ул фажиғә тураһында факттар һәм еңел булмаған хеҙмәте тураһында һөйләне. Мәктәп уҡыусылары ҡаты радиация шарттарында тикшереүҙәр алып барырға, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә һәм көн һайын үҙ ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйырға тура килеүен афәт эҙемтәләрен бөтөрөүсенең үҙенән ишетте. Йәш быуын фажиғәнең масштабын һәм Ватаныбыҙҙың “ядро ҡалҡанын” төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән ликвидатор хаҡында белде.
Марсель Әбүлкәрәм улының эшмәкәрлеге үҫеп килгән быуын өсөн дәрестәр менән генә сикләнмәй. 1993 йылдан алып ул Мәсетле районының “Чернобыль союзы” йәмәғәт ойошмаһының алыштырғыһыҙ рәйесе булып тора. Уның тарихи хәтерҙе һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса тәүгеләрҙән булып Мәсетле районында Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға стела асыуҙы ойошторҙо.
Тыуған ил уның хеҙмәттәрен юғары баһаланы. Күкрәгендә – дәүләт наградалары, улар араһында I дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн”, “Кешелек хаҡына ҡаһарманлыҡ өсөн” ордендары, “Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы, шулай уҡ 15-тән ашыу ведомство миҙалдары. Марсель Ғиндуллиндың маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары күп, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Башлығынан һәм Рәсәй Федерацияһы Президентынан да. Ә 2026 йылдың 24 апрелендә ул тағы ла бер юғары наградаға лайыҡ булды – Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Бөгөн хаҡлы ялдағы ликвидатор, йәшенә һәм һынауҙар үтеүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостан Республикаһы халҡы именлегенә хеҙмәтен дауам итә.
– Хеҙмәтегеҙ, ҡыйыулы-ғығыҙ һәм үҫеп килгән быуынға өлгө күрһәткәнегеҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ, Марсель Әбүлкәрәм улы! Тарихты онотмайбыҙ, геройҙарға хөрмәт күрһәтәбеҙ! – тине уҡыусылар.

Миңзилә НАФИҠОВА, Әләгәҙ мәктәбе
уҡытыусыһы,
мәктәп музейы етәксеһе.

Автор: