ХАТТАРҘАН
20 Мая , 05:20

Атайым хаҡында иҫтәлек

Атайым Сафин Сәләх Мөбәрәк улы 1907 йылдың 15 февралендә Түбәнге Аҡа ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың август айында, уны һуғышҡа алалар. Дүрт балаһын ҡалдырып, иң кескенәһе өс аҙналыҡ ҡына булғанда, ул һуғышҡа китә. Һуғыштан һуң тыуған ауылына ҡайта һәм колхозда, унан һуң совхозда оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыға. Һөйөклө атайым 93 йәшендә мәрхүм булды.

Атайым хаҡында иҫтәлекАтайым хаҡында иҫтәлек
Атайым хаҡында иҫтәлек

Атайһыҙ йәшәүгә күп йылдар үтһә лә мин уны бик һағынам, юҡһынам. Ул мине гел яратып: “Кинйәкәйем”, – тип өндәшә ине. Сабый саҡтағы кеүек йылы ҡуйынына һыйынып, уны нисек яратыуымды, хөрмәт итеүемде, иң матур, иң йылы һүҙҙәремде әйтер инем. Ул баҫҡан аяҡҡа һыланып торған быймаларын һағынам. Маңлай тирен түгеп, йөрәк, күңел йылыһын биреп баҫҡанғамы, улар матур, йылы була инеләр. Ауылдаштар, шулай уҡ райондың күп ауылдарынан килеүселәр быйма баҫтырып, рәхмәттәрен әйттеләр.
Атайым бик ярҙамсыл, ғәҙел, асыҡ кеше ине, Түбәнге Аҡаның иң хөрмәтле кешеләренең береһе булды. Белем ала алмағанына йәне, күңеле әрнене. Шулай булһа ла шиғырҙар, башҡорт халыҡ йырҙарын бик яратып тыңланы. Мин Ҡазанда йыл буйына матур шиғырҙар, ҡыҙыҡлы, ғибрәтле хәлдәр тураһында, әхлаҡи темаларға яҙмаларҙы бер папкаға йыйып барам. Ялға сыҡҡас уларҙы ауылға алып ҡайтам да, кистәрен атайыма уҡый инем, ул шул ҡәҙәрле һөйөнөп тыңлай.
Атайым, ҡәҙерлем, ғәзизкәйем минең, тыуған яғым, гүзәл Башҡортостанымдың матурлығы, иҫкән елдең наҙы, тәбиғәттең гүзәллеге, ерҙә йәшәүҙең, донъяның матурлығы һин иҫән саҡта булған икән. Һин минең ҡояшым, ҙур таянысым, яҡлаусым, кәңәшсем инең. Балаларын яратҡан, ғаиләһе, туғандары өсөн йән атып йәшәгән үрнәк ир, беҙ яратҡан хөрмәтле атай, ҡартатай булдың. Бына тағы йәмле, йылы яҙҙар етте, тирә-яҡты йәмләп, һин яратҡан хуш еҫле муйылдар сәскә атты. Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын иҫән ҡалған ветерандарыбыҙ орден, миҙалдарын күкрәктәренә тағып ҡаршы алалар. Һин улар араһында юҡһың, атай-йәнем.
Барлыҡ ветерандарға иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс, бәхетле, матур ҡартлыҡ теләп, ҙур рәхмәтемде, хөрмәтемде еткереп ҡалам. Хоҙай һеҙгә бәрәкәтле оҙон ғүмер бирһен. Беҙҙең аранан киткән барлыҡ мәрхүм булған ветерандарҙың урындары ожмахта булһын. Рәхмәт, ҡәҙерле атайым, матур, бәхетле бала сағым өсөн!
Ҡазанда ғүмер итеүсе ҡыҙың Зәйнәп САБИТОВА,
ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор: