Мәсетле тормошо
+27 °С
Облачно
ХАТТАРҘАН
14 Мая , 10:30

Гәзит уҡыусыһы менән күркәм

Быйыл Мәсетле районы гәзите сыға башлауға 95 йыл тулды. Ошо айҡанлы, хәтер һандығын асып, ҡайһы бер иҫтәлектәр һәм тәьҫораттар менән уртаҡлашырға ниәт иттем.

Гәзит уҡыусыһы менән күркәмГәзит уҡыусыһы менән күркәм
Гәзит уҡыусыһы менән күркәм

1987 йылдың майында райондың “Коммунист” гәзите мөхәррире булып эшләй башланым. Төп гәзит урыҫ телендә сыҡты, ә башҡортсаһы уның дубляжы ине. Мәҡәләләр редакция хеҙмәткәрҙәре тарафынан урыҫ телендә яҙылды, тәржемәселәр уны башҡортсаға әйләндерҙе. Башҡорт телендә яҙған ауыл хәбәрселәренең мәҡәләләре, киреһенсә, урыҫ теленә ауҙарылды. Район гәзитенең ул ваҡыттағы йөҙөн алтмышынсы йылдар һуңында, хатта унан да алдараҡ килгән хеҙмәткәрҙәр билдәләй ине. Леонид Васильевич Филиппов, Рәис Мөғәллим улы Юлдашев, Валерий Иванович Киселев, Мая Әмирйән ҡыҙы Ғәлина, Мәрйәм Фәррәх ҡыҙы Вәлиева, Люся Мөғәфә ҡыҙы Фәхрисламова, Рида Мәүлит ҡыҙы Ғәлина совет журналистикаһы мәктәбен үткән төплө белемле, эшкә яуаплы ҡараған ихлас кешеләр булараҡ хәтерҙә ҡалған. Үкенескә ҡаршы, уларҙың күптәре арабыҙҙа юҡ инде.
Үҙемә килгәндә, мөхәррирлек эшен артыҡ ауырлыҡтар күрмәйенсә, еңел генә башлап ебәрҙем. Мәктәп йылдарынан уҡ республиканың төрлө ваҡытлы баҫмалары менән яҙышыу, һуңынан КПСС райкомының пропаганда һәм агитация бүлегендә инструктор, бүлек мөдире булып эшләү ҙә был вазифала этәргес көс булып торғандыр, тип уйлайым.
Район иҡтисады нигеҙен аграр тармаҡ тәшкил иткәнгә күрә, уға ҡағылышлы материалдар гәзиттең төп урынын алып торҙо. Редакция ла ауыл хужалығы идаралығы менән тығыҙ эшлекле бәйләнештә булды. Ул осорҙа идаралыҡ менән Нәҡи Әмиров, Вячеслав Перевышин, Флорид Ғәйнанов, Анатолий Крючков, Рәүил Зәйнуллин, бер-береһен алмаштырып, етәкселек итте. Дөйөм хужалыҡтар ҙа әле көс-ҡеүәтен юғалтмағайны: баҫыуҙар һөрөп сәселде, фермалар мал менән тулы булды, техника паркы бай ине. Сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ, малды йәйләүгә күсереү, мал ҡышлатыу кеүек ҙур ауыл хужалығы кампанияларына әҙерлек буйынса район семинарҙары, был эштәрҙә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу буйынса колхоз-совхоз белгестәренең осрашыуҙары, йылға йомғаҡ яһау отчет йыйылыштары даими үтеп барҙы. Уларҙың барыһында ла редакция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашып, гәзит биттәрендә мәҡәләләр һәм репортаждар даими баҫтырылып килде. Аҙна һайын хәбәрселәр ауыл хужалығы белгестәре менән район хужалыҡтарына материал тупларға сыға инеләр. Һәр ай йомғаҡтарына ярашлы фермалар буйынса һауым күрһәткестәрен, ураҡ осоронда гектар ҡеүәтен, һуғып алынған тулайым ашлыҡ иҫәбен, мал аҙығы әҙерләү барышын таблицаларҙа үҙебеҙҙең комментарийҙар менән биреп барҙыҡ. Ул ваҡытта килгән практикаға ярашлы, район үҙәгендә урынлашҡан күп һанлы предприятиелар, ойошмалар етәкселәре йыш ҡына гәзиткә үҙ эштәре йүнәлеше буйынса мәҡәләләр тәҡдим итә торғайны. Был йәһәттән янғын һүндереү часы начальнигы Валерий Коряков, РОВД начальнигы урынбаҫары Юлай Вәлиев, ГАИ етәксеһе урынбаҫары Иҙелман Мөхәрәмов, санэпидемстанция баш табибы урынбаҫары Юнир Солтанов һәм башҡалар ҙур әүҙемлек күрһәттеләр. Уларҙың яҙғандарын гәзиткә башлыса яуаплы сәркәтип, йә булмаһа ауыл хужалығы һәм хаттар бүлеге мөдирҙәре әҙерләне. Редакция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри белемдәре хужалыҡ тармаҡтарынан алыҫ булып та, һәр тармаҡҡа ҡағылышлы материалдарҙы еренә еткереп эшләй алдылар. Әлбиттә бында редакцияның яуаплы сәркәтибе В. Киселевтың роле ҙур булды. Уның кеүек һәр мәҡәлә өҫтөндә үтә ентекле эшләгән журналистар һирәк осрай. Икеләндергән мәғлүмәтте аҙағына тиклем асыҡламайынса ҡағыҙға баҫтырманы.
Р. Юлдашев район гәзите редакцияһында эшләү дәүерендә ҙур тәжрибә туплап, үҙен талантлы журналист итеп күр-һәтте. Мәҡәләләрҙе ике телдә лә бик еңел яҙҙы, гәзит эшен төплө белеүе менән айырылып торҙо, иң мөһиме, һәр мәҡәләһендә уның үҙ фекере булды. Тик шуныһы үкенесле, күп ваҡыт “дуҫтар”ының сейле-бешле яҙмаларын гәзиткә баҫырға әҙерләп, Хоҙай биргән һәләтен юҡҡа сарыф итә торған булды. Шарттар икенсе булғанда, унан республика күләмендәге ҙур журналист сығыр ине.
Тәржемә өлкәһендә Мәрйәм Фәррәх ҡыҙы Вәлиева үҙенең оҫталығы менән айырылып торҙо.
Теләш ҡыҙы Мәүлиҙә Әхмәтйәнованы эшкә алып уңдым, тип әйтә алам. Ул үҙенең тәбиғи отҡорлоғо менән, гәзит эшенә тиҙ генә инеп китте һәм үҙен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәләтле уңған журналист итеп күрһәтә алды. Бөгөн ул үҙенең үҙенсәлекле ижады менән Башҡортостан яҙыусылары араһында үҙ урынын тапты һәм күренекле яҙыусыға әйләнде.
Һәр коллективтың татыулығы, берҙәмлеге башлыса етәксенән тора. Был йәһәттән мин һәр ваҡыт алтмышынсы йылдарҙа гәзитебеҙҙең мөхәррире булған Нәғим Мозафа улы Мостафинды иҫкә алам һәм уның эш алымдарын үҙемдә ҡулланырға тырыштым. Ипле холоҡло, ғәҙел, һәр осраҡта ла тыныс ҡала белгән мөхәррирҙең район кимәлендә, етәкселәр алдында ла абруйы юғары булды. Уның ҡулы аша үткән Ризван Хажиев, Тимер Йосопов та уға оло рәхмәтле булғандарҙыр, тип уйлайым. Сөнки уларҙы студент йылдарында уҡ йәйге каникулдарында түләүле эшкә саҡырып, гәзит сығарыу серҙәренә өйрәткән. Миңә лә ул, мәктәп уҡыусыһына, оло кешеләргә ҡараған һымаҡ ҡарап, журналистиканың тәүге аҙымдарын баҫырға ярҙам итте. Уның редакция исеменән бүләк иткән китаптарын һәм картиналарын әле һаман оло ҡомартҡы итеп һаҡлайым.
1988 йылдың көҙөндә КПСС райкомы секретары итеп һайланғас, гәзит эшенән китергә тура килде, ләкин редакция менән бәйләнеш өҙөлмәне.
1992 йыл башында район Советы сессияһында мине ҡабаттан гәзит мөхәррире итеп раҫланылар. Ауыл хужалығы бүлеген ике юғары белемле Юрий Николаевич Малышев, хаттар бүлеген Айгөл Зыял ҡыҙы Мөхәмәтйәнова уңышлы етәкләп алып китте. Шул йылдарҙа гәзиттең исеме лә үҙгәрҙе, республикала беренселәрҙән булып компьютерлы йыйыу һәм версткалауға күстек. Гәзит башта Красноуфимск типографияһында баҫтырылды, һуңынан “Башкирэнерго” йәм-ғиәте ярҙамы менән үҙебеҙгә баҫма машинаһы ҡайтартылды.
Гәзиттең тиражы ваҡыты менән һигеҙ мең данаға барып етә ине. Гәзиткә яҙылыу кампанияһын төрлө ысулдар менән алып барҙыҡ: халыҡ бәрәңге алғанда заготконтора аша бәрәңге менән, шәхси хужалыҡтар һөттө күпләп тапшырғанда май заводы аша һөт менән подписка үткәрҙек. Шулай уҡ редакция хеҙмәткәрҙәре көсө менән концерт әҙерләп, ауыл клубтарында гәзиткә яҙылыуҙы ойошторҙоҡ. Был йәһәттән почтальондар һәм ауыл хәбәрселәре менән тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Ул ваҡыттағы райондың элемтә бүлеге начальнигы Салауат Рәми улы Ғарипов менән хеҙмәттәшлек айырыуса һөҙөмтәле булды. Ошондай альтернатив подписка үткәреп “башбаштаҡлыҡ” күрһәткән мөхәрриргә министрлыҡтан шелтәләр яуып торһа ла, беҙ республика ваҡытлы баҫмалары араһында тираж күләме буйынса тәүге беренсе-өсөнсө урындарҙан түбән төшмәнек.
Гәзиттең эстәлегенә, жанрҙар төрлөлөгөнә айырыуса ҙур иғтибар бирҙек. Редакция журналистарының күпселеге демократик ҡарашлы, яңылыҡҡа ынтылыусан яғы менән айырылып торҙо. Райондағы хужалыҡ эштәрен яҡтыртыуҙан тыш, аҙналыҡ сәйәси күҙәтеүҙәр колонкаһын алып барҙыҡ. Киҫкен, сетерекле темаларҙы ла урап үтмәнек. Ләкин, мин мөхәррир булараҡ, һәр материалды ентекле ҡарап сыҡмайынса, гәзит битенә ҡуйҙыртманым.
Һәр гәзит үҙенең уҡыусыһы менән күркәм. Мин “Мәсетле тормошо”на артабан да халыҡ яҙмышына битараф ҡалмайынса, уны туплаусы, ойоштороусы һәм киләсәккә ышаныслы әйҙәүсе булыуын теләйем.

Һүрәттә: Ауыл хәбәрселәренең сираттағы кәңәшмәһенән һуң гәзит мөхәррире М. Яҡупов менән иҫтәлеккә фото 

Ғәлимйән КӘРИМОВ, журналист.

Автор: