ХАТТАРҘАН
10 Апреля , 04:25

Һөләймәндәр һөйөндөрҙө беҙҙе

Ураҙа ғәйете көндө ауылдаштарым пакланып, киләсәккә өмөттәр бағлап мәсеткә ашыҡты. Шөкөр, ир-уҙамандарыбыҙ көйләп-көйләп алмашлап Ҡөръән Кәримдән аяттар уҡыны. Ғәйет намаҙы уҡып, вәғәздәр тыңланылар.

Һөләймәндәр һөйөндөрҙө беҙҙеҺөләймәндәр һөйөндөрҙө беҙҙе
Һөләймәндәр һөйөндөрҙө беҙҙе

Шамил Һаҙыев ашҡа ит бүлде. Уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мул һыйлы табын әҙерләп, халыҡты һыйланы. Имам-хатип ураҙа тотоусыларға, 20-шәр рәҡәғәт тәрәүих намаҙҙары уҡыусы һәм ифтар үткәреп сауап алғандарға рәхмәт белдерҙе.
Ә байрам бының менән генә бөтмәне әле. Һөләймән ауылы һәүәҫкәрҙәре матур ял кисәһе бүләк итте. Концерт программаһы төрлө жанрҙарға бай. Интермедия, комик күренештәр, патриотик темалар ҙа индерелгән. Яу ҡырында беҙҙең именлек һағындағы яугирҙың әсәһе менән хәл белешеүе – бөгөнгө көнөбөҙ. Улы ла, әсәһе лә еңеүҙе ышанып көтә, көслө рухлылар.
Сәхнә менән тамаша залын оҫта бәйләп алып барыусы Миләүшә Ғарипова һәр номерға ҡанатлы шиғри шәлкемдәр әҙерләгән. Уның күтәренке кәйефе беҙҙе лә арбаны. Бейеүселәрҙең килешле һәм сағыу кейемдәре, ихлас йылмайыуҙары үҙе үк ни тора! Был “Йәшлек” ансамбленең һылыу-ҙары башҡарған “Һауынсылар”, “Морячка”, “Ромашка” бейеүҙәре, Рөстәм Ғәзизов, Афзал Әҡбәров, Рәфил Зәйнетдиновтарҙың моңло һәм популяр йырҙары, “Әй һылыуҙары” вокаль ансамбле сығышы, ғаилә парҙары Әлфинә һәм Рәфил Зәйнетдиновтар дуэты – барыһы ла дәррәү алҡыштарға күмелде, хуплау, дәртләндереү ауаздары тынманы.
Шулай, йоностар матур концерт тиһәң, үлә лә китә. Концерт бөткәс, сәхнәгә менеп рәхмәт белдереүселәр булды. Рәхәтләнеп бейергә төштөләр. Һөләймән клубы мөдире Әлфинә Зәйнетдинова артистар менән таныштырҙы. Клуб хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы алғаны, һыйлы өҫтәл әҙерләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙҙең алҡыштар беҙгә дәрт өҫтәне. Илебеҙ тынысланып, матур осрашыуҙар булып торһон, – тине залдағыларға ул.
Шулай ғына була күрһен.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,
Йонос ауылы.

Автор: