Мәҫәлән, 11 февралдә Хәтер акцияһы сиктәрендә балалар, Ватанға хеҙмәт иткән ауылдаштарының иҫтәлегенә ҡарата тәрән ихтирам күрһәтеп, мәктәпте тамамлаусы яугир-интернационалист Рафаэль Хәйерзамановтың ҡәбер өҫтөн һәм тирә-яғын ҡарҙан таҙартты.
13 февралдә уҡыусылар “Ворошилов уҡсыһы” ярышында атыуҙа мәргәнлектәрен тикшерҙе. Был төр физик күнекмә ярыш рухын нығытырға һәм физик сифаттарҙы үҫтерергә ярҙам итә. Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙе фәнен уҡытыусы-ойоштороусы Фирғәт Мөниров Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарған көнгә арнап уҡыусылар өсөн Батырлыҡ дәресе үткәрҙе, балаларға ауыр ваҡытта ныҡлыҡ һәм ҡыйыулыҡтың әһәмиәтен аңлатты. Шул уҡ көндө Афғанстан ветерандары менән бергә уҡыусылар мәрхүм яҡташтары Рафаэль Хәйерзамановтың ҡәберенә барҙы.
Киләһе көндәрҙә лә мәктәптә патриотик эш дауам итте. 16 февралдә “Армия сумаҙаны” акцияһына ҡушылып, балалар әлеге ваҡытта Ватан һағында торған хәрбиҙәргә символик бүләктәр яһаны. Өлкән класс уҡыусылары өсөн 18 февралдә уҙған замандың күренекле ваҡиғаларын хәтергә төшөргән “Элекке заман геройҙары тураһында...” класс сәғәте үткәрелде. Ошо уҡ көндә мәктәптә һуғыш һәм тыныс ваҡыт геройҙары тураһында “Ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ юлы” китаптар күргәҙмәһе, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштар һәйкәле янындағы биләмәне таҙартыу буйынса өмә ойошторолдо. Икенсе көндө уҡыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡәбер тирәһен ҡарҙан таҙартты. Шул уҡ көндөң кисендә улар МХО һалдаттарына ярҙам итеү буйынса концертта әүҙем ҡатнашты, дөйөм именлек өсөн ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғандарға теләктәшлек һәм рәхмәт белдерҙе.
20 февралдә махсус хәрби операция геройҙарының ҡәберҙәренә сәскәләр һалыу был көндәрҙең иң әһәмиәтлеһе булды. Саралар циклы 27 февралдә МХО-ла ҡатнашыусыларға арналған “Өмөт боҙо-2026” конькиҙа йүгереү ярышы менән тамамланды.
Бөтә был саралар мәктәп уҡыусыларында Тыуған ил яҙмышына мөнәсәбәт, тарихи мираҫты һаҡлау һәм һәр граждандың үҙ илен һаҡлауҙа ролен тәрән аңлау өсөн яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләй.
Азалия ӘХКӘМОВА, директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, Йонос мәктәбе.